Үҙеңде беләһеңме?22.08.2015
Һеҙ ниндәй кеше? Тормошҡа ҡарашығыҙ нисек? Бының өсөн түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ. Һәр ыңғай яуап өсөн – 5, кире яуапҡа – 0 мәрәй.
1. Ҡулығыҙға гәзит алғас, уҡыр алдынан ҡарап сығаһығыҙмы?
2. Кәйефегеҙ булмағанда күберәк ашайһығыҙмы?
3. Ашап ултырған мәлдә эш тураһында уйлайһығыҙмы?
4. Егеттәрҙең (ҡыҙҙарҙың) хаттарын һаҡлайһығыҙмы?
5. Психология ҡыҙыҡһындырамы?
6. Юғары тиҙлектә барған транспортта йөрөргә ҡурҡаһығыҙмы?
7. Йоҡлар алдынан түшәктә хыялланып алырға яратаһығыҙмы?
8. Үлем тураһындағы уйҙарҙан ситләшергә тырышаһығыҙмы?
9. Һигеҙ сәғәт йоҡлағандан һуң да арығанығыҙ бармы?
10. Мөхәббәт романдарын уҡыйһығыҙмы?
11. Шәхси тормошоғоҙҙағы ҡыйынлыҡтар хаҡында башҡалар менән фекер алышаһығыҙмы?
12. Яңғыҙлыҡтан “ҡасаһығыҙмы”?
13. Күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң ауырығанығыҙ бармы?
14. Уйланып, үҙ туҡталышығыҙҙы үтеп киткәнегеҙ булдымы?
15. Башҡа ҡалала йәшәргә теләгегеҙ бармы?
16. Кешенең холоҡ-тәбиғәте нәҫелдән килә тип уйлайһығыҙмы?
17. Мөхәббәт тураһындағы фильмдарҙы ҡарайһығыҙмы?
Ә хәҙер мәрәйҙәрегеҙҙе иҫәпләгеҙ.
75 – 80 мәрәй йыйһағыҙ, һеҙ, моғайын, ысынбарлыҡтан ҡасып йәшәйһегеҙҙер. Дөйәғош башын ҡом эсенә тығып йәшеренгән кеүек, ысынбарлыҡтан ҡасаһығыҙ. Тормошта тура ҡарап йәшәүҙән ҡурҡмағыҙ.
55 – 70 мәрәй. Хыялдарығыҙ тормош дөрөҫлөгөнә гел кенә тап килеп бөтмәй. Әммә уның һеҙгә зыяны юҡ, ләкин күп ваҡытығыҙҙы, көсөгөҙҙө был йүнәлешкә бүлмәгеҙ. Барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла камил хәл итеү юлын эҙләү кәрәкмәҫ.
5 – 25 мәрәй. Бигерәк “ергә ереккәнһегеҙ”. Әҙерәк романтикаға бирелеп, тормошҡа хыял күҙлегенән ҡарап алыу файҙалы булыр ине.


Вернуться назад