Оло хеҙмәт емеше22.08.2015
Ете томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы” республикабыҙҙың Фәндәр академияһы тарафынан Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге 2015 йылғы дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Баҫма Фәндәр академияһы академигы М.Ә. Илһамов етәкселегендәге йөҙгә яҡын билдәле ғалимдан торған ғилми-редакция советы һәм коллегияһы ҡатнашлығында “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы коллективы тарафынан әҙерләнгән һәм нәшер ителгән.

Энциклопедиялар илдең йәмғиәт үҫеше, фән, мәҙәниәт, иҡтисад кимәле күрһәткесе булып тора. Донъялағы күп дәүләттәрҙең үҙ энциклопедияһы юҡ, ә Башҡортостан Республикаһы, башҡорт халҡы үҙенең ғилми энциклопедияһын — төп китабын — булдырҙы. Күп томлы баҫманың маҡсаты — фәнни нигеҙҙә Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, географияһын, уның Рәсәйҙәге һәм донъялағы урынын, иҡтисади һәм ғилми ҡеүәтен, күп милләтле халҡының тормошон, шулай уҡ социаль-иҡтисади һәм милли сәйәсәтенең һөҙөмтәләрен сағылдырыу. Тәүге тапҡыр бер баҫмала фән һәм техника ҡаҙаныштары, ғалимдарыбыҙҙың асыштары һәм хеҙмәттәре дөйөмләштерелеп, бер системаға һалынған. Тәбиғәт объекттары, геологик структуралар, ятҡылыҡтар хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы күрһәтелгән. Беренсе тапҡыр предприятиеларҙың һәм учреждениеларҙың тарихы, байтаҡ хужалыҡ етәкселәренең, ғалимдарҙың, сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең, данлыҡлы спортсыларҙың биографиялары урын алған. “Башҡорт энциклопедияһы”нда һүҙ Башҡортостан тураһында ғына бармай, унда башҡорт диаспоралары, Рәсәйҙәге башҡорттарҙың этнографик төркөмдәре, күренекле башҡорттар хаҡында мәҡәләләр ҙә бар. Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм донъяның башҡа илдәрендә йәшәгән башҡорттарҙың ижтимағи ойошмалары тураһында белешмә тупланған. Ҡыҫҡаһы, һәр кеше энциклопедияла республикаға ҡағылышлы төрлө мәғлүмәт таба ала.
“Башҡорт энциклопедияһы” 1990 йылда эшсе төркөм булараҡ барлыҡҡа килгәйне. Һуңыраҡ Фәндәр академияһы ҡарамағында уның баш редакцияһы ойошторолдо. Был ваҡытта республикала төбәк энциклопедияларын төҙөү тәжрибәһе юҡ ине. Элекке союздаш республикаларҙың эшмәкәрлеген өйрәнеү нигеҙендә урыҫ, артабан башҡорт телдәрендә “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһы нәшер ителде, аҙаҡҡараҡ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр был баҫмаларҙың электрон версиялары сығарылды. Ошо уҡ йылдарҙа Татарстанда, Сыуашстанда, Мордовияла, Удмуртияла бер томлыҡ төбәк энциклопедияларын әҙерләй башланылар.
Башҡортостанда күп томлыҡ энциклопедияны әҙерләү 1999 йылда башланды: уның төп принциптары эшләнде, тематик һүҙҙәр исемлеге эшкәртелде һәм ижади ойош­маларға, дәүләт власы органдарына, ғилми һәм етештереү предприятиеларына танышыу өсөн таратылды. Һүҙҙәр исемлегенә өҫтәмәләр индереү һәм уны үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр редакцияларҙың коллегия ултырыштарында тикшерелде, буласаҡ мәҡәләләрҙең авторҙары, күләме, иллюстрациялары билдәләнде, баҫманың дөйөм күләме (7 томда) асыҡланды. Энциклопедияны әҙерләү тиҙ үҙгәреүсән ысынбарлыҡ шарттарында, яңы ижтимағи формалар һәм төшөнсәләр барлыҡҡа килеү, күп ваҡиғаларҙы яңынан баһалау осоронда алып барылды.
“Башҡорт энциклопедияһы” хеҙмәткәр­ҙәре әйтеүенсә, баҫманы әҙерләүгә киткән биш йыл ваҡыт бушҡа үтмәне. 2005—2012 йылдар арауығында йыл һайын бер том сығарылып, башҡорт энциклопедисти­каһының уңышлы үҫеше өсөн нигеҙ булды. “Башҡорт энциклопедияһы”н әҙерләү менән бер рәттән, төрлө фәнни-белешмә әҙәбиәт, шул иҫәптән “Салауат Юлаев” энциклопе­дияһын сығарыу эше алып барылды. 2010 йылда башҡорт телендәге күп томлы энциклопедияны, 2013 йылда урыҫса “Башҡорт энциклопедияһы”ның электрон версияһын әҙерләү башланды. Шулай уҡ хәҙерге мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу мәҡәләләрҙе аудио- һәм видеоматериалдар менән байытырға, күп төрлө мәғлүмәттәр өҫтәргә мөмкинлек бирҙе. Онлайн-версияла мәғлүмәт даими яңыртылып, “Башҡорт энциклопедияһы” концепцияһына ярашлы яңы мәҡәләләр менән тулыландырылып торасаҡ.
Башҡортостан белгестәренең тәжрибә­һен Молдова, Украина, Рәсәйҙең Алтай, Саха (Яҡут), Коми, Карелия, Чечен республикаларының, Сахалин өлкәһенең ғалимдары өйрәнеүе энциклопедиябыҙҙың юғары фәнни-методик кимәлдә әҙерләнеүе хаҡында һөйләй.
Рәсәй Милли китапханаһының тарих библиографияһы төркөмө мөдире, “Рәсәй­ҙең төбәк энциклопедиялары” проекты етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты А.И. Раздорский: “Башҡорт энциклопедистары тарафынан айырыуса сифатлы, юғары фәнни кимәлдәге төбәк энциклопедияһы әҙер­ләнгән, ул иһә Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәрендә быға оҡшаш баҫмалар әҙерләү өсөн өлгө булып тора ала”, — тип билдәләй.
Башҡортостанда энциклопедия әҙерләү һәм сығарыуҙың киләсәге бар, тейешле матди нигеҙ булдырылған, тәжрибәле һәм юғары профессиональ кимәлгә эйә белгес­тәр тупланған. Киләсәктә “Башҡорт энцикло­педияһы” контентын тултырыу “Баш­ҡорт­тарҙың хәрби тарихы”, “Башҡорт­остан халыҡтары” энциклопедиялары мәҡәләләренең, район һәм ҡала энцикло­педияларының электрон версиялары менән дауам ителәсәк.
Дөйөм алғанда, “Башҡорт энциклопе­дияһы” коллективы һәм республика ғалимдары әҙерләгән ете томлыҡ оло хеҙмәт 2015 йылға фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһын алыуға лайыҡ.

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең
Журналистар союзы ағзаһы.



Вернуться назад