Енәйәт һәм яза22.08.2015
Өйгә төшкән,
ойоп киткән
Күптән түгел Күмертау ҡалаһында Эльдар Рязановтың яңы йыл комедияһындағыға оҡшаш ваҡиға була.
45 йәшлек ханым өйөнә ҡайтҡас, диванда тыныс ҡына йоҡлап ятҡан таныш булмаған ирҙе күрә. Саҡырылмаған ҡунаҡты уятып тормайынса, ҡатын улына шылтырата. Күп тә үтмәй өй хужалары тәртип һаҡсыларын саҡырта.
Кеше фатирына ингән ир әлегә тиклем суд хөкөмөнә тарттырылып та өлгөргән була. Эргәһенә ҡуйған сумка эсендә хужабикәнең ноутбугы, навигаторы, документтары, ә кеҫәһендә телефоны табыла.
Асыҡланыуынса, был көндә әҙәм аҡтығы бахмурҙан яфаланған. Эсергә эҙләп өйҙән-өйгә йөрөгән һәм ишеге бикләнмәгән әлеге фатирға килеп ингән. Хужалар юҡлығынан файҙаланып, ҡиммәтле әйберҙәрҙе йыйып алған. Арып китеп диванға ултырған һәм үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға талған. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бурҙар йоҡламай
Стәрлетамаҡта иртән патрулдә булған полиция хеҙмәткәрҙәре урамда ике ирҙең һуғышыуына шаһит була. Тәртип боҙоусылар полиция бүлегенә килтерелә.
Ир-егеттәрҙең берәүһе иртән эшкә китеп барғанда үҙен таларға маташыуҙары хаҡында белдерә. Уның әйтеүенсә, енәйәтсе, пистолет менән янап, аҡса таптырған, талапты үтәүҙән баш тартҡас, һуғыша башлаған.
Әле 19 йәшлек “һуғыш суҡмары”на ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының “Кеше талау” тигән статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул ғәйебен тулыһынса таныған.
Кеше мөлкәтенә ҡыҙыҡҡан...
Өфөлә салбар буры енәйәт ҡылған ерендә кеҫә телефонын онотоп ҡалдырған.
Баш ҡаланың Октябрь проспектындағы магазиндарҙың береһенә баҫып ингән әҙәмде һатыусы туҡтата алмай, әммә машинаһының маркаһын һәм номерын хәтерендә ҡалдыра. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә тәртип һаҡсылары енәйәтсенең эҙенә бик тиҙ төшә. Ул дуҫы менән берлектә урланған салбарҙарҙы һатып, аҡса эшләмәксе була. Әле тауар хужаһына ҡайтарылған, енәйәтселәр ҡулға алынған.
Хөкөм үҙгәрешһеҙ ҡалды
Республиканың Юғары суды Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендәге директорға ҡарата сығарылған суд хөкөмөн үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.
Күптән түгел ҡала суды белем биреү ойошмаһы етәксеһенә мутлыҡ ҡылған өсөн 200 мең һум күләмендә штраф һала. Ул шулай уҡ 1,5 йылға ошондай вазифаны биләү хоҡуғынан да мәхрүм ителә. Сығарылған ҡарар менән ризалашмайынса, ҡатын Юғары судҡа мөрәжәғәт итә.
Асыҡланыуынса, директор 2010 йыл дауамында мәктәп комиссияларының ялған протоколдарын төҙөгән. Ошо документтар нигеҙендә учреждение хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам күрһәтелгән. Һуңыраҡ етәксе мәктәп ихтыяжына тотоноласаҡ тип был аҡсаны кире ҡайтартҡан. Һөҙөмтәлә 30 мең һумды тиерлек үҙләштергән.
Башҡортостан Прокуратураһы, Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.