Йәнгә — рәхәт, тәнгә – сихәт22.08.2015
Йәнгә — рәхәт, тәнгә – сихәт “Нафталан” тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ул — Азербайжан яҡтарынан килтерелгән “өлгөрмәгән” нефть. Алты быуаттан ашыу элек үк был тәбиғәт байлығы хаҡында хәбәрҙар булғандар.

Нафталан батҡағы ваҡ тамырҙарҙағы ҡан әйләнешен яҡшырта, остеохондроз, артрит, радикулит, нейродермит кеүек әллә күпме сирҙәрҙе “ауыҙлыҡлай”. Әйткәндәй, уны Башҡортостандағы берҙән-бер “Бодрость” шифахана-профилакторийында ғына табырға мөмкин.
180 урынлыҡ был шифахана респуб­ликаның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Өфө­нән 180 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Һөйәк-мускул, нервы системаһы, тире, тын алыу, ашҡаҙан-эсәк юлы, гинекология, офтальмология, кардиология сирҙәре менән яфаланғандар килә бында.
Йәнгә — рәхәт, тәнгә – сихәтУмыртҡалыҡтағы һыҙланыуҙарҙы бөтөрөү өсөн бик үҙенсәлекле алым ҡулланыла. Баҡ­тиһәң, йылы һыу мускулдарҙың һуҙылыуына килтерә икән. Һөҙөмтәлә умыртҡалыҡ тартыла. Ә был иһә ҡан әйләнешен яҡшырта, баҫымды кәметә. “Легран” тоҙҙарынан, скипидар һәм башҡа ванналар тәнгә сихәт килтерә. Төрлө үләндәрҙән әҙерләнгәне матдәләр алмашыныуын яҡшырта, һыҙланыуҙы кәметә.
Йәнгә — рәхәт, тәнгә – сихәтШифаханала сауна-бассейн, йылылыҡ, электр уты менән дауалау, массаж һәм башҡа бүлмәләр бар. Ял итеүселәрҙе, дауаланыусыларҙы стоматолог, офтальмолог, ортопед-терапевт, невролог, гинеколог һәм башҡа табиптар ҡабул итә. Шуныһы үҙенсәлекле: бында ҡорамалдар өр-яңы. Шуға дауалауҙың иң алдынғы юлдарын файҙаланырға мөмкин.
“Бодрость” шифаханаһында люкс һәм бер урынлыҡ иркен бүлмәләр, кабель телевидениеһы, өс тапҡыр ашатыу тәҡдим итәләр. Автомобилдәр өсөн туҡталҡа ла видеокүҙәтеү аҫтында. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп дауаланығыҙ, ял итегеҙ.


Вернуться назад