Һөнәр белгән һынатмаҫ22.08.2015
Һөнәр белгән һынатмаҫ Өфө ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса ҡала конкурсы үтте. Тракторсы, урам һепереүсе, слесарь, түбә ябыусы, балта оҫтаһы, иретеп йәбештереүсе, электрик һөнәрҙәре буйынса иң яҡшы исем өсөн көрәш ҡыҙыу барҙы. Ярыш ике этапта үтте: конкурсанттар телдән һорауҙарға яуап бирҙе һәм оҫталыҡ буйынса ярышты.


Түбә ябыусылар ҡарамағына уңайлы йыһаз­ландырылған «Технониколь» етештереү базаһы бирелде. Дим районының торлаҡ хужалыҡ ида­ралығы майҙанында иретеп йәбештереүсе, слесарь-сантехник, балта оҫтаһы һәм электриктар көс һынашты, ә Калинин районының «ЖЭУ-30» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләмәһендә иһә урам һепереүселәр бәйгеһе үтте.
Бер үк ваҡытта дүрт урында көсөргәнешле ярыш башланды. Бәйгеселәр күп төрлө һынау­ҙарҙы уңышлы үтте, үҙ хужалыҡ­тарының данын лайыҡлы яҡланы. Мәҫәлән, балта оҫталарына торба аша үтеү өсөн баҫҡыс эшләргә, слесарҙарға – бирелгән үлсәм буйынса вентиль һәм батарейка­ларҙы йыйырға, иретеп йәбеш­- те­реү­селәргә – иретеп йәбеш­тереү аппараты менән тимер конструкцияларҙы тоташтырырға, электриктарға әҙер щиттарға ут үткәрергә кәрәк ине. Талапсан баһалама ағзалары тиҙлекте генә түгел, ә оҫталарҙың һөнәри кимәлен һәм хәүефһеҙлек сараларын да иҫәпкә алды. Әлбиттә, иң беренсе сифатҡа иғтибар бирелде.
Беренселәрҙән булып Дим районының торлаҡ хужалығы идаралығынан Илдар Шәрәфет­динов ярышҡа сыҡты. Ул һөнәре буйынса бер урында 19 йыл хеҙмәт итә. Бер эш көнөндә егермегә яҡын ғариза ҡабул итә. Баһалаусылар уға юғары балл ҡуйҙы. Хеҙмәттәштәре Илдарҙы әүҙем хуплап: «Әйҙә, Илдар, һынатма!» — тип ҡысҡырып көс биреп торҙо.
– Миңә хеҙмәтләндереү процесы оҡшай, бигерәк тә үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы. Бәйгене ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тип үҙ шатлығы менән уртаҡлашты балта оҫтаһы.
Башҡалар ҙа һынатманы. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Хәҙерге заманда эшсе һөнәренең баһаһы төштө. Күбеһе юғары белем алыу яғын ҡарай. Ә ярыштың маҡсаты – ошо һөнәрҙәрҙең дәрәжәһен күтәреү, эшселәрҙең уңыштарын, тәжрибәһен, эш алымдарын күрһәтеү, йәштәрҙе күберәк ылыҡтырыу.





Вернуться назад