Өмөт бар ҙа ул...22.08.2015
Әле аграрийҙар өсөн иң ҡыҙыу мәл: улар уңышты юғалтыуһыҙ урып-йыйырға тырыша. Яҙҙың ямғырлы булыуы ауыл эшсәндәре өсөн бер аҙ өмөт уятҡайны, әммә йәйҙең ҡоро килеүе, етмәһә, тағы ла ҡара сиңерткәнең һөжүме көткән ышанысты аҡламаны.

Шуныһы ҡыуандыра: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына дәүләт, урындағы власть органдары тарафынан даими ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, Баймаҡ районында ғына аграрийҙар ағымдағы осорҙа 70 миллион һумдан ашыу субсидия алыуға ирешкән. Шуның 33 миллион һумы орлоҡ һатып алыуға компенсация рәүешендә бирелһә, 33 миллионы үҫемлекселек өлкәһенә бүленгән.
Күптән түгел Саҡмағош районында үткән “Баҫыу көнө-2015” семинар-кәңәшмәһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов аграр тармаҡҡа күрһәтелгән ярҙамға үҙгәрештәр булыуы хаҡында белдереп былай тигәйне: “Беҙ артабан финанс ресурстарын һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға ғына бирәсәкбеҙ. Бюджет аҡсаһын әрәм-шәрәм иткәндәргә, бер ниндәй табыш алмағандарға тоттороп ҡуймайбыҙ”.
Дөрөҫ, хаҡ һүҙҙәр. Әммә, миҙал ике яҡлы тигәндәй, йыл һайын ҡоролоҡтан йәки ҡара сиңерткәнән зыян күргән көньяҡ-көнсығыш игенселәре ни эшләр икән? Тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә улар ҡаршы тора алырмы?
Күптән түгел бер танышым, Өфө районына туйға барып, ул яҡтағы йәшеллеккә иҫе китеп ҡайтты. “Беҙ интегеп баҡса үҫтерәбеҙ, көн дә һыу һибәбеҙ, ә унда күпләп ямғыр яуа, йәшелсә-емеш тәгәрәп үҫә, баҫыуҙарында беҙҙәге кеүек иген көйөп, ҡатып ултырмай. Нишләп улар алдынғы булмаһын!” — тигәйне, хайран ҡалып. Ысынлап та, Белорет районын үткәс, урмандар ғына түгел, йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙа туҡ иген башаҡтары тирбәлһә, беҙҙең яҡтағылар саҡ башаҡҡа төйөрләнеп ултыра. Айырма ер менән күк араһы. Ваҡытында сәсеп, уңыш ала алмаған фермерҙарҙың эш һөҙөмтәләре, нисек кенә тырышмаһын, Саҡмағош, Илеш, Тәтешле райондары кеүек булмаясағы көн кеүек асыҡ.
Икенсенән, игенгә хаҡтың аныҡ булмауы ла күп фермерҙарҙы аптырашта ҡалдыра: аҙ ғына уңыш булһа, уның хаҡы кинәт төшөп китә, ҡоролоҡ булһа, ҡапыл юғары күтәрелә. Әгәр фермер яҙ башынан уҡ игендең хаҡы күпме буласағын белһә, көҙөн ул шунса тонна иген йыйып, шунсаһын тапшырам, тимәк, мин банктан шунса һум кредит алып, уны түләй алам, тип фекер йөрөтә, ышаныслы банкты табып, үҙенә кәрәкле суммаға орлоҡ йәки ашлама, йә техника һатып алыр ине. Баяғы ла билдәһеҙлек уны уйға һала, аптырата. Кәрәкле аҡсаны ла ала алмай, яғыулығы, орлоғо еткәнсе генә сәсеп, тағы ла Хоҙайҙан ямғыр һорарға тотона. Бөгөн иртәгәге көнгә тулы ышанысы юҡ ауыл кешеһенең.
Күптән түгел Баймаҡ районында командировкала булырға тура килде, баҫыуҙар буйлап йөрөп тә алдыҡ. Уңыш юҡ түгел, бар. Әммә игенсене аптыратҡаны – уны һаҡлау мәсьәләһе. Ярай, әлегә ямғырҙар юҡ. Ә ул яуһа, ҡайҙа киптерергә лә ҡайҙа ҡуйырға?! Элегерәк Сибай элеваторы Яңы йылға тиклем фермерҙарҙан игенде бушлай һаҡларға ҡабул итһә, бөгөн унда икенсе, дөрөҫөрәге, шәхси хужа. “СИТНО” агрохолдингы ябай фермерҙың бер нисә тонна игенен ҡабул итеп, бигерәк тә уны бушлай һаҡлап тормауы көн кеүек асыҡ. Ул күмәртәләп ситтән һатып ала ла шуны эшкәртә.
Өсөнсөнән, күп кенә хужалыҡтар бөгөн күпләп арыш йыйып алды, тағы ла ҡышҡылыҡҡа сәсеү эшенә тотондо. Әммә көньяҡ-көнсығышта былтыр сәскән арыш бөтөнләй ҡышламай, тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн улар тағы аптырауҙа: тупраҡта бөтөнләй дым юҡ, уны сәсеүҙән файҙа булмаясаҡ. Тимәк, йәнә һөҙөмтә булмаясаҡ тигән һүҙ түгелме һуң? Был юлы кемде ғәйепләргә: икеләнеп ҡалған фермерҙымы әллә нисәмә ай буйына бер тамсы ла ямғыр яуҙырмаған Хоҙайҙымы?!
Бирешмәй, дөрөҫөрәге, бирешергә теләмәй әлегә ауыл кешеһе. Тик оҙаҡҡамы, әйтеүе ҡыйын. Ошоға тиклем уны ниндәйҙер кимәлдә һөттән килгән “тере” аҡса бер аҙ ҡотҡарып ҡалһа, һуңғы ваҡытта тапшырылған аҡҡа иҫәпләшмәүҙәре уларҙы бөлдөрөү хәленә килтерә. Сит илдән килгән тауарға санкциялар ҡуйылғас, ниһайәт, үҙебеҙҙекеләрҙекен ҡабул итерҙәр, тип уйлаһа ла крәҫтиән, өмөттәре аҡланманы. Мәләүез, Белорет, Магнитогорск һөт комбинаттары халыҡ тапшырған һөт менән тулыһынса иҫәпләшмәй, шунлыҡтан күп кенә хужалыҡтар ауыр хәлдә тороп ҡалды. Хатта күптәренең әҙер уңышты йыйып алыр өсөн яғыулыҡҡа ла аҡсаһы юҡ, баяғы һөттән килер табышҡа ышанып. Республикабыҙҙа “Һөт иле” фестивалдәрен гөрләтеп үткәрәбеҙ, үҙебеҙ бар һөттө тапшыра алмай интегәбеҙ! Хәлдәр бындай йүнәлеш алһа, “500 ферма”, “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” программаларының булыуынан ни файҙа һуң? Әсе тирен түгеп, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ерҙә соҡсоноп, үҙе лә ҡара ҡаҙан тышы кеүек ҡара янып, тейешле уңышын йыйып та, уны тейешле хаҡҡа тапшыра алмаған ябай ауыл кешеһе йәки фермерҙың хеҙмәте ҡасан баһаланыр ҙа, ер кешеһенә ҡасан тейешле хөрмәт күрһәтелер икән?




Вернуться назад