Баҫыуҙар гөрләй22.08.2015
Республикала бөгөнгә сәсеүлектәрҙең 38 проценты сабылған, 37-һе һуғылған, 1 150 мең тонна иген йыйылған. Гектар ҡеүәте уртаса 18,1 центнер тәшкил итә.

Иң алда Илеш игенселәре бара – уларҙа барлығы 58,4 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Благовар, Мәләүез, Дәүләкән райондары хужалыҡтары ла ҡалышмаҫҡа тырыша.
Шул уҡ ваҡытта ужым сәсеү ҙә ҡыҙа. Әлегә киләһе йыл өсөн 138 мең гектарҙа (26 процент) орлоҡ бураҙнаға һалынған. Был юҫыҡта Краснокама, Тәтешле, Туймазы, Әбйәлил, Йәрмәкәй, Стәрлебаш эшсәндәре өлгө күрһәтә.


Вернуться назад