Тәртип һаҡлау ниәтендә22.08.2015
Төбәктә “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен йөкмәтеү тураһында”ғы Законға төҙәтмәләр әҙерләнде.
Атап әйткәндә, берәҙәк хайуандарҙы тотоу һәм аҫрау буйынса саралар ойоштороуға ҡағылышлы вәкәләттәрҙе муниципаль кимәлгә тапшырырға тәҡдим ителә. Бындай сараның маҡсаты — хәүефле сирҙәр таралыуына юл ҡуймау, йәмәғәт тәртибен һаҡлау.