Республиканың күп кенә район һәм ҡалаларында тәү тапҡыр ойошторолоп, артабан Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә танылыу алған, төбәк-ара дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрамына йә ижади бәйгегә әйләнә барған мәҙәни саралар беҙҙә бихисап. Шуларҙың береһе — көнсығыш мариҙарының “Кандра” бейеүен башҡарыусыларҙың “Ший кандра” (“Көмөш сылбыр”) асыҡ фестиваль-конкурсы. Ҡалтасыла ул быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде....Райондың һабантуй майҙаны матур итеп биҙәлгән. Килеүселәрҙе башҡорт тирмәһе, урыҫ, мари, татар һәм удмурт ихаталары ҡаршылай. Уларҙың сағыу милли кейемле хужалары үҙ халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә ойошторған, милли аш-һыу әҙерләгән, һәр ерҙә үҙенсәлекле йыр-моңдар яңғырай, төрлө телдәрҙә шатлыҡлы тауыштар ишетелә. Майҙан уртаһында — һәүәҫкәрҙәр һынау тотасаҡ оло сәхнә. Бер яҡ ситтә төрлө уйындар ойошторолған, аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре менән һатыу бара, оҫталар шашлыҡ һәм башҡа ашамлыҡ тәҡдим итә. Һабантуйҙан бер ҙә кәм түгел. Конкурсҡа утыҙ ижади коллектив килгән, күҙаллауҙарынса, уларҙың сығышы көн оҙоно һуҙыласаҡ.
— Эштәребеҙ уң бара, мал аҙығы әҙерләүҙе йомғаҡлайбыҙ, баҫыуҙа уңыш йыйыу дәррәү дауам итә. Бына бейеүгә лә ваҡыт таптыҡ, — тип район хакимиәте башлығы Юрий Садыров рәсми ҡунаҡтарҙы ихаталарҙы ҡарарға саҡырҙы.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Юлия Герасимова, Рәсәй Федерацияһының Фин-уғыр мәҙәни үҙәге етәксеһе Татьяна Барахова, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, “Эрвел мари” төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Павел Бикмурзин һәм башҡалар милли ихаталар менән танышҡан ваҡытты һәүәҫкәрҙәр һуңғы әҙерлек өсөн файҙаланды. Конкурста, республикабыҙҙың мари халҡы күпләп йәшәгән Бөрө, Балтас, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Нуриман һәм Яңауыл райондарынан тыш, Свердловск өлкәһенән, Мари иле һәм Татарстандан үҙешмәкәр бейеү ансамблдәре, төрлө йүнәлештә маһир төркөмдәр ҡатнашты. Мордва Республикаһының үҙенсәлекле милли кейемдәге өс фольклор коллективының, йыраҡ араны яҡын итеп, бәйгегә тәүге тапҡыр килеүе барыһын да һоҡландырҙы. Тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Ысынлап та, фин-уғыр халыҡтары төркөмөнә ҡараған мордваларҙың да “Көмөш сылбыр” асыҡ фестиваленә ҡушылыуҙары – конкурс географияһының киңәйеүенең төплө күрһәткесе. Свердловск өлкәһенән килгән өс төркөмдөң икеһенең “халыҡ коллективы” тигән маҡтаулы исеме булыуы ла бәйге кимәленә туранан-тура ишара. Әйтергә кәрәк, конкурсанттар төбәктәрендә күптән танылыу алған, һәм шуға ла уларға үҙ өлкә һәм республикалары исеменән сығыш яһау хоҡуғы бирелгән.
“Кандра” бейеүе мари халҡының милли ғорурлығы булып иҫәпләнә. Ҡалтасы районында йәшәгән көнсығыш мариҙары күптән инде үҙҙәрен уны иң оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусылар итеп танытҡан. Шуға ла был бәйгенең нәҡ ошонда башланғыс алыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Уның тәүгеһе 2011 йылда үткәрелде, һәм ҡатнашыусылар бер саҡрымдан оҙонораҡ сылбыр хасил итеп бейене.
“Көмөш сылбыр-2013” фестивалендә был һөнәр оҫталары үҙҙәренең тәүге күрһәткесен ике тапҡырҙан да күберәккә арттырҙы. Ҡалтасының һәр йөҙ метр һайын махсус тамға һалынған үҙәк урамына йыйылған өс мең ярымдан артыҡ бейеүсенең “сылбыры” 2300 метрға һуҙылды. Был уңышты Рекорд һәм ҡаҙаныштарҙың халыҡ-ара агентлығы президенты Галина Свирщук рәсми теркәп, уны раҫлаған “Көнсығыш мариҙарының донъялағы иң оҙон бейеүе” тигән махсус сертификатты район хакимиәте башлығына тапшырҙы. Ошондай танылыу менән сәмләнгән ҡалтасылар быйылғыһына ла ныҡлап әҙерләнде.
...Бар юрауҙар ысынға сыҡты. Рәсми сығыштар һәм төрлө төҫтәге фейерверктар менән асылған конкурстың бәйге сығыштары ғына ла өс сәғәттән артыҡ дауам итте. Тик улар ялҡытманы ла, арытманы ла. Бының сәбәбе сараның йырлы-моңло тәнәфестәр менән аралашып барыуында ғына түгел, ә “Кандра” бейеүенең, бар йыйылғандарҙы әсир итеп, үҙенсәлекле милли сәнғәт донъяһына тартыуындалыр. Күңелгә үтеп инерлек бейеү көйө аҫтында тик үҙҙәренсә генә тыпырҙатып бейегән мариҙарға кем генә һоҡланманы?! Сығыштар барышында байтаҡ тамашасыларҙың үҙаллы бейергә төшөүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел, аҙаҡҡараҡ конкурстан тыш бейеүселәр сәхнәне уратып алды. Был үҙенән-үҙе сараның майҙанда йыйылған бар халыҡ үргән “сылбыр” менән тамамланыуына килтерҙе.
Һәр бәйгелә, йола буйынса, иң яҡшылар билдәләнә. Екатеринбургтың “Яндар памаш” халыҡ фольклор-хореографик ансамбле, Ҡалтасы районының Оло Ҡураҙ ауылының “Марий кумыл” һәм Яңы Килбаҡты ауылының “Савак” фольклор төркөмдәре III дәрәжәләге лауреат исемен алды. Оҫталыҡтары юғарыраҡ булған Ҡалтасы һәүәҫкәрҙәре – Иҫке Йәш менән Аҡтуған ауылдарының йыйылма һәм Әмзебаш ауылының “Ош пеледыш” фольклор коллективтары II дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Һаҙ ауылының “Яндар” фольклор төркөмөнә I урын бирелде. Улар “Финноугория” журналы өсөн фотоға төшөргә саҡырыу алды. Свердловск өлкәһе Красноуфимск округының (уларҙың ҙур райондары округ тип йөрөтөлә) “Эрвий” мари йыр-хореографик халыҡ ансамбленә Гран-при тапшырылды.
Бәйге тамамланды. Гран-приҙан башҡа бүләктәрҙең барыһын да тиерлек үҙҙәрендә ҡалдырған ҡалтасылар тағы ла бер тапҡыр оҫталыҡтарын иҫбатланы. Афарин уларға! Киләһе конкурс ике йылдан уҙасаҡ. Уны Башҡортостанда үткәрелгән I Бөтә мари съезының 100 йыллыҡ юбилейына бағышлау тураһында килешелде.