Һыу аҫтынан караптарҙы күтәргән22.02.2012
Һыу аҫтынан караптарҙы күтәргәнБалтик диңгеҙе буйындағы йәшерен базала алты йыл хеҙмәт иткән Мәғҙәнур ағай Вәлиевтең замандаштарына, айырыуса йәштәргә һөйләрлек хәтирәләре күп. Тик ул иҫтәлек дәфтәрен һәр кемгә аса һалып бармай. Флотта диңгеҙ төпкөлөнә сумыусы булып хеҙмәт иткәнен, махсус хәрби йөкләмәләрҙе үтәүҙә ҡатнашҡанын ҡайһы бер яҡын кешеләре лә белмәй торғандыр.
— Ярты быуаттан ашыу һаҡлаған серҙе бөгөн асырға ла була, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Мәғҙәнур ағай. — 50-се йылдар башында тәрәнгә сумыусылар төркөмө флотта берәү генә ине, аҙаҡ ҡына Владивостокта икенсеһен астылар. Беләһеңме, беҙ диңгеҙ төбөнән тиҫтәләгән карапты күтәрҙек. Һуғыш ваҡытында немецтар, портты бомбаға тотоп, күп судноны батырған. Ҡом тулған крейсерҙарҙа кеше һөйәктәрен дә аҙ күрмәнек. Ә күпме хәрби самолетты Балтик диңгеҙе төбөнән сығарыуҙа ҡатнаштым! Осоусыларҙың һөлдәһен, тәненең берәй өлөшөн булһа ла табығыҙ, беҙгә ерләү йолаһын ойошторорға кәрәк, ти торғайнылар. Срогым тулһа ла, мине хәрби хеҙмәттән бушатырға теләмәнеләр, һине алыштырырға кеше юҡ бит, тип. Ҡайтыр алдынан махсус йөкләмәне үтәп, 250 метр тәрәнлеккә лә сумырға тура килде...
Батыр диңгеҙсе Шаран районының Бүләк ауылында тыуып үҫә. Һуғыш осорондағы тормош ауырлыҡтары йәш үҫмерҙе рухи йәһәттән сыныҡтыра. Күрше ауыл мәктәбенә йөрөп, ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлағас, Мәғҙәнур тиҫтерҙәре кеүек колхоз эшенә егелә.
1951 йылдың яҙында уны ил алдындағы изге бурысын үтәргә саҡыралар. Таҙа кәүҙәле егет хәрби комиссариатта диңгеҙселәр сафына яҙыла. Севастополдә хәрби флотҡа тәғәйенләнгән егеттәр яңынан медицина комиссияһы алдына баҫа. Имән кеүек мыҡты Мәғҙәнур декомпрессия камераһында ултырғанда ла бирешмәй. “Йөрәгең таҙа, водолаз буласаҡһың”, — ти уға табиптар. Шаран егете ошо хәүефле һәм ауыр һөнәрҙе үҙләштереү өсөн хәрби-диңгеҙ училищеһында туғыҙ ай уҡый. Шунда ул беренсе тапҡыр скафандр кейеп, тәрән һыуға сума. Уҡып бөткәс, Мәғҙәнур Балтик флотындағы хәрби базаға эләгә. Йәшерен часта уларға ҡайҙа хеҙмәт иткәнен сер итеп һаҡларға ҡушалар ҙа инде.
— 60-сы йылдарҙан бирле космонавтар хаҡында күберәк һөйләйҙәр, — ти ул. — Ысынында иһә, водолаз да — улар кеүек хәүефле һөнәр кешеһе. Диңгеҙ төбөндә бер нәмә лә күренмәй, ҡараңғы баҙға төшкән һымаҡ. Прожектор менән генә эшләйһең. Икенсенән, тәрәнерәк төшкән һайын баҫым көсәйә бара.
Элекке хәрби матрос һөйләүенсә, тәрәнгә сумыусы өсөн иң ҡурҡынысы — кессон ауырыуы. Һыу аҫтында эшләү – бер хәл, ә бит өҫкә күтәрелгәндә ҡапыл түбән атмосфера баҫымына күсеү организм өсөн эҙһеҙ үтмәй, хатта ҡан тамырҙары тығылыуы мөмкин. Шуның өсөн дә һыуҙан сыҡҡанда водолаз үҙен һаҡларға, 10 – 15 метр һайын туҡтап хәл алырға тейеш. Үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнгән Мәғҙәнур ундай осраҡтарға юлыҡмай, әммә уның менән бергә хеҙмәт иткән яҡташы, Стәрлебаш районы егете Миңлеғәлиндең тәрәнгә сумыуы күңелһеҙ тамамлана. “Кессонка”ны эләктергәндән һуң, ул гипертония менән ауырый башлай, шул сәбәпле хәрби хеҙмәттән бушатып, ҡайтарып ебәрәләр.
— Мин үҙем тыуған яҡтарға ике тапҡыр ялға ҡайттым, — тип әңгәмәне ялғаны батыр диңгеҙсе. — Юлдан тыш 45 көн бирәләр. Тик йәйге айҙарҙа ундай бәхет тәтемәй, яҙын ғына ял алырға рөхсәт итәләр. Йәшерен хәрби-диңгеҙ базаһындағы хеҙмәтем алты йылға һуҙылды. Срогым үтте, тип штабҡа барһам, әлегә һиңә алмаш килмәне, тип кире бороп ҡайтаралар.
Диңгеҙ иңләгән Шаран егете тыныс тормошта ла һынатмай. Армиянан ҡайтҡас, механизаторҙар курсында уҡый. Тырыш хеҙмәтен күмәк хужалыҡты үҫтереүгә һала. Күгәрсен-Бүләк ауылы ҡыҙы Рәйхана менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. 80-се йылдар уртаһында Туймазы ҡалаһына күсеп киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыуҙан ҡапыл аяҡтан йығылып, хужабикә вафат булып ҡала. Элекке хәрби моряк инде 20 йылға яҡын яңғыҙ ғүмер кисерә.
— Аллаға шөкөр, йәшерен базала хеҙмәт иткәндә сәләмәтлегемә зыян килмәне. Бөгөн дә үҙемде яҡшы тоям, — ти ул. — Дауаханаға һирәк йөрөйөм. Бына быйыл туғыҙынсы тиҫтәмә аяҡ баҫтым. Ҡыйынлыҡтар килеп тыуғанда ла рухымды төшөргәнем юҡ. Беҙ бирешмәҫкә, һис кенә лә сафтан сығырға ашыҡмаҫҡа, башыбыҙҙы ғорур күтәреп атларға тейешбеҙ.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы районы.


Вернуться назад