Операция, имеш...21.08.2015
Табиптарҙың яуапһыҙлығы арҡаһында кешенең эсендә тимер ҡорал ҡалған 2012 йылда Өфөләге 3-сө бала табыу йортонда 28 йәшлек Айсина Зиндусованың ҡарынындағы баланы ярып алалар. Ҡатын ҡыҙы Камилланың тыуыуына сикһеҙ шатлана. Тик бына һыҙланыуҙар ғына йонсота уны. Өс йыл үткәс, сәбәбе лә асыҡлана. Баҡтиһәң, табиптар Айсинаның ҡорһағында операция ваҡытында файҙаланған ҡыҫҡысты алырға онотҡан!
Өс йыл буйы тән һыҙланыуҙарынан миктәгән, дауаханалар тупһаһын туҡтауһыҙ тапаған ҡатындың хистәрен аңлатырлыҡ түгел. Медиктар ҡатындан алынған анализдарҙан тәнендә шешеү процесы барлығын күрһә лә, диагноз ҡуя алмай.
Ҡыҙын тапҡандан һуң бер нисә ай үткәс, ҡатын Мәләүез ҡалаһына һатыусы булып эшкә урынлаша. Бер нәмә лә уйламайынса, ул йәшниктәр тулы балыҡ ташый. 24 июлдә Айсинаның хәле бөтөнләй мөшкөлләнә: билендәге һыҙланыуҙарға түҙә алмай. Етәксеһенән һорап, эштән китеп, район дауаханаһына саҡ-саҡ барып етә. Унда рентген организмда ҡыҫҡыс ятҡанын күрһәтә. Аҙаҡ, асыҡланыуынса, ҡатын өс йыл буйы үҙендә 22 сантиметр оҙонлоҡтағы ҡыҫҡысты һәм тампонды йөрөткән. Был ваҡыт эсендә әйберҙәрҙең тәүгеһе ташҡа әйләнгән, икенсеһе хатта һынған. Хирургтар яңынан операция яһауға 2,5 сәғәт ваҡыт сарыф иткән.
Әлбиттә, ҡатындың был хәлгә ҡарата асыуы ҙур. Ҡыҫҡыс менән тампонды алырға онотҡан табип һәм хатта баш табип әле бала табыу йортонда эшләмәй. Ләкин уларҙың башҡа медицина ойошмаһында йөрөүе ихтимал. Әле Айсина Зиндусова адвокат яллаған. Ул ғәйеплеләрҙән әхлаҡи һәм физик зыян өсөн 5 миллион һум һорамаҡсы. Ярай, ҡатын ваҡытында дауаханаға барып өлгөргән. Әгәр һуңлаһа, нимә булыр ине? Хатта уйлауы ҡурҡыныс.