Балалар ҙа, яуаплылыҡ та арта21.08.2015
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 сентябрҙә 439 мең бала мәктәпкә юлланасаҡ. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 7,5 меңгә күберәк. Өфөлә генә 101 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, шуларҙың 12 меңгә яҡыны парта артына тәүгә ултырасаҡ.

— Был хәл ҡыуандыра, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта йәш быуынға белем биреү өсөн тейешле шарттар тәьмин итеү йәһәтенән өҫтәмә яуаплылыҡ та йөкмәтә, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Республика парламенты депутаттары мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү мәсьәләһенә айырым иғтибар бирә. Улар төҙөкләндереү эштәре сифатын, белем биреү шарттарын, “Асыҡ мөхит” дәүләт программаһы нормаларының үтәлешен контролдә тота.
Константин Толкачев әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа эш һөҙөмтәһе ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Ауыл мәктәптәре белем сифаты буйынса ҙурыраҡ кимәлгә сыҡҡан, балалар баҡсаларына сират һиҙелерлек кәмегән, муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс юҡ, уҡытыуҙа ла, балаларҙың именлеген тәьмин итеүҙә лә заманса эш алымдары әүҙем ғәмәлгә индерелә.







Вернуться назад