Илебеҙ өсөн мөһим21.08.2015
Башҡортостандың Хәрби комиссариатында Рөстәм Хәмитов төбәктәге мобилизация эшенә һәм “Үҙәк-2015” стратегик уҡыуҙарына әҙерлек барышына баһа бирҙе.

Республика етәксеһе комиссариат идаралығындағы төп пункт­ты ҡарап сыҡты. Ул Башҡортостан биләмә­һен­дә ойош­торолған уҡыуҙарҙың үҙәгенә әүереләсәк. Хәрби комиссар Анатолий Балтинский төбәк Башлығына оператив-радиацион хәлгә, хәрби документтарға контроль, мәғлүмәттәр йыйыу, дөйөмләштереү һәм анализлау төркөмдәренең эше тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ төбәктең уҡыуҙарға әҙер булыуын белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы хәрби комиссариаттағы граж­дандарҙың мө­рә­жәғәттәре менән эшләү бүлегендә лә булды. Был бүлек Бөйөк Ватан һу­ғы­шында һәләк булғандар һәм хә­бәрһеҙ юғалғандар хаҡында мәғлүмәт биреү менән дә шөғөлләнә.
— Беҙ ошондай күләмле уҡыу­ҙарға йәлеп ителгән бөтөн струк­тураларҙы һәм подразделениеларҙы тикшерәбеҙ. Дөйөм алғанда, әҙерлек ярайһы уҡ юғары кимәлдә. Әлбиттә, ҡайһы бер етешһеҙлектәр ҙә бар, матди-техник базаны ла нығытырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бынан тыш, халыҡҡа хәбәр еткереүгә бәйле мәсьәләләрҙе лә иғтибарҙа тотоу шарт.
Уның әйтеүенсә, ошо көндәрҙә тағы ла бер нисә объектҡа баһа биреләсәк.
— Сараны сифатлы итеп үткәрербеҙ, тип ышанам. Иң мөһиме — унда ҡатнашҡан кешеләр уҡыуҙарҙың дәүләт, ил өсөн кәрәк­леген, яуаплылыҡты аңлаһын, — тине төбәк Башлығы.








Вернуться назад