ҺЕҘҘЕ МӘҒАРИФ МИНИСТРЫ ТЫҢЛАЙ!21.08.2015
Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһында яңы уҡыу йылы алдынан республикабыҙҙың мәғариф министры менән тура бәйләнеш үткәреү матур йолаға әүерелде. Был юлы Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 28 августа көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем тыңлаясаҡ.

Һеҙ йәшәгән төбәктә мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерме, ҡулайлаштырыу шарттарында уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ниндәй проблемалар борсой, ғөмүмән, мәғариф өлкәһендә ниндәй мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра? Ошо һәм башҡа һорауҙарығыҙҙы редакцияға көнэлгәре гәзите­беҙҙең электрон адресы ([email protected]) йәки 272-35-11, 8-937-48-777-80 телефондары аша еткерергә мөмкин. Ә инде сара уҙғарылған көндә Әлфис Суфиян улы менән туранан-тура ошо телефондар аша аралаша аласаҡһығыҙ: 272-75-30, 272-05-43.
Һеҙҙән һорауҙар көтәбеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад