Юл уңмауҙың сәбәбе ниҙә?21.08.2015
– Ауылыбыҙҙа күптән түгел шикле ҡатын йәшәй башланы. Эшкә йә берәй сәфәргә йыйынғанда ул осраһа, юл уңмай. Шуға күрә күптәр был ҡатынды күрһә, өйөнә кире әйләнеп ҡайта. Бесән мәлендә айырыуса ыҙаланыҡ. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Г. РАЙМАНОВА.
Йылайыр районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Кешелек донъяһы башланғандан бирле әҙәм балалары аңында төрлө яңылыш уй-фекер йәшәгән. Уларға юл ҡуймау өсөн Аллаһ Тәғәлә динен биргән, уны нигеҙләп, китаптар индергән. Әҙәм балаһы тормошон ошо ҡанун-ҡағиҙәләргә ярашлы алып барырға тейеш. Ләкин, нисек кенә булмаһын, күптәр хаҡ юлдан тайпыла, төрлө шик-шөбһәгә бирелә. Быны, әлбиттә, диндән ситкә китеү тип аңларға кәрәк.
Юлда ла бит шулай. Ул ни ҡәҙәр төҙ, машина бөтөн булмаһын, бер мәл тәгәрмәстәр ситкә тарта башлай. Шул ваҡытта рулде әкрен генә бороп, тура барыуҙы дауам итергә тейешбеҙ. Әҙәм балаһының тормошонда ла ошондай һынауҙар йыш осрап тора.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Фирғәүен үҙен Аллаһ тип иғлан итә. Бәнү Исраилды унан ҡотҡарыуын Раббыбыҙҙан ялбарып, пәйғәмбәр ҡырҡ көнгә Тур тауына ғибәҙәткә китә. Шул арала иблис килеп халыҡтың алтындарын йыя ла быҙау яһай. “Бына һеҙҙең Аллағыҙ”, – тип күрһәтә. Муса ғәләйһис-сәләм ҡайтһа, Бәнү Исраилдың бөтөн халҡы быҙауға табына башлаған икән. Ошонан күренеүенсә лә, шайтан әҙәм балаһын юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хәйлә ҡороуҙан, хөсөттән туҡтамай.
Төрлө ырымға, шик-шөбһәгә ышаныу һәр халыҡта йәшәп килә. “Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткәндәр бер саҡ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. – Беҙ күрәҙәсегә йөрөйбөҙ, уның ҡайһы бер һүҙҙәре тоғро була”. “Ә күпселеге – ялған, – тип яуаплаған Пәйғәмбәребеҙ. – Кем дә кем юраусыға бара, уның әйткәненә ышана икән, диндән ситкә китә тигән һүҙ”. Ошо урында халҡыбыҙҙағы “Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма” тигән аҡылды ла иҫкә төшөрөп уҙыу зарурҙыр.
Һүҙҙең, уйҙың көсө ҙур. Шунлыҡтан һәр саҡ изге ниәт ҡороп, күркәм фекерҙә йәшәү мөһим. Исламда шикләнеү, шөбһәләнеү юҡ. Динебеҙ ошо яман тойғоларҙы күңелгә яҡын юлатмайынса, эште фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә ышанып башҡарырға бойора. Әгәр ҙә ки юлға сыға икәнбеҙ, тәү сиратта барлыҡ шарттарҙы өйрәнергә, нисек барыуҙы, ҡайтыуҙы планлаштырырға, кәрәк-яраҡты етерлек кимәлдә алырға, ғөмүмән, барыһына ла ныҡлы әҙерләнергә тейешбеҙ. Техниканың төҙөк, аттың ҡараулы булыуы мөһим. Ошоға бәйле бер хәҙисте лә әйтеп үтәйем. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Алдан дөйәңде һәйбәтләп ҡара, бәйлә, унан һуң ғына Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Әҙәм балаһы машинаға ултырғанға тиклем техниканың төҙөклөгөн тикшерергә тейеш. Атты ла алдан уҡ ауыҙлыҡлау зарур. Әгәр сәфәргә әҙерлекһеҙ сығыуы сәбәпле кешегә ниндәйҙер зарар килә икән, гонаһы үҙенә була.
Барыһын теүәлләп, доғаларыбыҙҙы уҡып сыҡҡан икәнбеҙ, юлыбыҙ аша ҡара бесәй үтәме, кемдер һыуҙан ҡайтып киләме йәки китеп барамы, туҡталырға, өйгә кире боролорға тейеш түгелбеҙ. Шулай уҡ аҙнаның ҡайһы бер көнөн насар тип атауҙы ла Ислам ҡабул итмәй. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә хаҡ юлдан барырға, ситкә тайпылмаҫҡа насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.