Йылмайып-көлөп кенә21.08.2015
– Ҡатынығыҙ аш-һыу әҙерләй беләме?
– Белмәй шул.
– Ҡайҙа эшләй һуң?
– Ашханала.

* * *
– Яңы хеҙмәткәрегеҙ нисек?
– Эй, бигерәк сәйер әҙәм булып сыҡты.
– Аҡылға бер төрлөмө әллә?
– Әллә, иртән бүлмәгә килеү менән эшкә тотона.
* * *
Такси йөрөтөүсе оло ғына йәштәрҙәге берәүҙе фатирына илтеп ҡуя. Ир юл хаҡы өсөн өс йөҙ һум бирә лә машинанала ултырыуын да­уам итә. Аптыраған таксист:
– Төшмәйһегеҙме ни? – тип һорай.
– Мин һеҙҙән сдача көтәм.
– Сдача? Кисә улығыҙ һорап тормағайны.
– Уның атаһы – миллионер, ә мин – етем.
* * *
– Бынау Илдарҙы әйтәм, берәү хаҡында насар тип һөйләмәҫ.
– Был бер ҙә ғәжәп түгел: уның һүҙе бит гел үҙе хаҡында ғына.

* * *
Полиция хеҙмәткәре:
– Ниңә һин зыярат ҡоймаһына һөйәлгән велосипедты урланың?
Ҡараҡ:
–Мин уның хужаһы үлгәндер тип уйланым.

* * *
– Мин бөгөн трамвайҙа бер бабайға урын бирҙем.
– Үҙең баҫып барҙыңмы?
– Юҡсы, йәнәшәлә урын бар ине.

* * *
Редакцияға берәү килеп инә.
– Минең хикәйәмде уҡы­ны­ғыҙ­мы?
– Уҡыным, ҡустым, уҡыным. Һин тыумаҫ элек үк.

* * *
– Гөләйфә ханым ауырып киткән, тиҙәр.
– Ни булған?
– Ҡаны ағыуланған, тиме.
– Бер ҙә ғәжәп түгел, үҙенең телен тешләгәндер.



Вернуться назад