Чечен Республикаһының Урус-Мартан районында хәрби бурыс үтәп йөрөүсе разведка-эҙләү төркөмөнөң юлында мина шартлай. Бер һалдат һәм командир ҡаты яралана. Шул саҡта Ейәнсура егете ефрейтор Филүз Ҡансурин ҡаушап ҡалмай, иптәштәрен, яралыларҙы хәүеф янаған урындан алып сығып, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был хәл 2011 йылдың 10 майында була.
Яңыраҡ Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы эске ғәскәрҙәрҙең Волга буйы төбәк командованиеһына ингән “Булат” махсус тәғәйенләнештәге отрядының ыласындарын тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Залға йыйылған хәрбиҙәрҙе етеп килгән байрам менән ҡотлап, эске ғәскәрҙәр баш командующийының беренсе урынбаҫары генерал-лейтенант А. Бугин ҡаһарманлыҡ күрһәткән, өлгөлө хеҙмәт иткән бер төркөм һалдат һәм офицерҙы “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби дуҫлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләне. Өлкән лейтенант Антон Егоренкоға, сержанттар Олег Сергучев менән Владимир
Иорданға, ефрейторҙар Филүз Ҡансурин менән Вадим Сафинға яңы “Лада-Приора” автомобилдәренең асҡысы тапшырылды. Уларҙың барыһы ла хеҙмәт бурысын намыҫлы башҡарған, Төньяҡ Кавказдағы хәрби операция ваҡытында яраланған.
Сарала тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов та сығыш яһаны.
Фаил Ҡылысбаев.