Йөрәгеңде һаҡла21.08.2015
Илебеҙҙәге халыҡтың 26 проценты, үҙен һау-сәләмәт тип иҫәпләһә лә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлеү ҡурҡынысы аҫтында. Үҙегеҙ ҙә магазинда йәки юлда кемдеңдер ҡапыл аңын юғалтыуына шаһит булғанһығыҙҙыр. Бәләгә тарығандың эргәһенә халыҡ йыйылып китә. Ә теге бахырҙың йәшәүгә өмөтө һүнгәндән-һүнә. Бындай хәлгә нимә сәбәпсе? Ундай осраҡта ни эшләргә?
Бәхетһеҙ осраҡтарҙың иң төп сәбәбе — йөрәк ҡарын­са­ларының фибрилляцияһы (тартышыуы). Йәғни, мускулдар тартышһа ла, ҡан йөрөмәй. Туранан-тура булмаған массаж һәм яһалма тын алыу ғүмерҙе оҙайта, ләкин йөрәкте яңынан эшләтеп ебәреү өсөн электрошок кәрәк.
Көнбайышта һәм АҠШ-та йә­мә­ғәт урындарында автоматик ап­параттар ҡуйһалар, беҙҙә ун­дайҙар көндөҙ шәм менән эҙләп тапмаҫһың. Ә был бит — көнүҙәк мәсьәлә.
Йөрәгеңде һаҡла


Вернуться назад