Ямғырлы көндә тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙең сағыу сәскәләренә һоҡланыулы ҡараш ташлауҙан күктәге ауыр болоттар ҙа бына-бына таралыр төҫлө тойолдо һәм, алсаҡ йөҙлө хужабикә күренеүгә, ысынлап та, һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, ихлас йылмайыу һәм шау сәскәле өй йәйғор балҡышылай күңелде күтәреп ебәрҙе.Ярандар биҙәгән йортта Нәфисә Абдрахманова донъя көтә. Талымһыҙ һәм тырыш кешеләрҙең хужалығы, тирә-яҡ мөхите уларҙың күңел торошон да сағылдыра бит.
Белорет районы ҡыҙы Нәфисә Арышпар мәктәбен тамамлай. Бәләкәйҙән спорт бар булмышын яулай. Район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Хатта 50 километрға ла йүгерә. Кейәүгә сығыуы ла саңғы уҙыштарына бәйле. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан Әмир ярышҡа килгән ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була. Йыр-моң яратҡан нескә күңелле, хисле егетте Нәфисә лә оҡшата. Йәш йөрәктәр 1958 йылда ғаилә усағын ҡабыҙа. Тик уларҙы яҙмыш бер аҙға ике тарафҡа илтә: Әмир Шәһит улы хәрби хеҙмәткә саҡырылыу сәбәпле, һөйгәне Красноярск, Алтай яҡтарынан һағынышлы сәләм хаттары ала, түҙемһеҙлек менән иренең ҡайтыуын көтә.
Ғаилә башлығы ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тәүҙә Заряла иҫке йорт алып йәшәйҙәр. Әмир Шәһит улының ҡулынан килмәгәне юҡ: тракторсы ла, комбайнсы ла, тимерлектә лә һынатмай. Максим Горький ауылына күсеп килгәс, яңы торлаҡ хәстәрләй. Өйҙәрен йәмләп, бер-бер артлы балалары тыуа. Нәфисә Сәйетгәрәй ҡыҙы фермала һыйыр һауа. Ҡайһы бер йылда мал-тыуары 50 башҡа етеп китә. Бала сағы, йәшлеге һәм хәләле менән бергә ғүмер иткән мәлдәре әле лә күңелен тулҡынландырып ала.
— Һуғыш алдынан тыуған бала мин, атайымдың инәһе — өләсәйем Хәбибъямал Әхмәтша ҡыҙы — тәрбиәһендә нығындым. Уның намаҙ уҡығаны хәтеремдә. Иманлы һәм бик ипле һүҙле ине. Кәзә-һарығын да, һыйырын да аҫраны, шуға күрә аслыҡҡа бигүк бирешмәнек. Ни тиһәң дә, өләсәйемдең тырышлығы һәм бөтмөрлөгө менән яҡты көндәрҙе күреү бәхете тейҙе миңә. Күптәр аслыҡтан ҡырылды. Ул йылдарҙы иҫкә төшөргө лә килмәй. Мәктәпкә йөрөйбөҙ, өҫтә йүнле кейем дә юҡ. Картуфты ярып, мейестә өтөп ашауҙы күҙ алдына килтерһәм, бөгөнгө туйып-шашып китеү, икмәкте буханкалай көйө ташлау әсендерә. Бөтә нәмәгә ҡытлыҡты һәм шул тиклем ауыр замандарҙы үҙ елкәбеҙҙә татығас, бындай күренештәр ауыр ҡабул ителә, — тип инәй хәҙерге шарттарҙа әпәкәйгә ҡараштың бөтөнләй үҙгәреүенә көрһөнөп ҡуйҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләне ҡайғы-хәсрәттәр ҙә урап үтмәй: гөрләп торған тормоштан яҡындарын — улын, ҡыҙын, ирен — мәңгелеккә йолоп алып, Нәфисәне күҙ йәштәренә быуҙырта. Шулай ҙа улдары Хәлит менән Фуат уның һағыштарын таратып, түҙемлекте усҡа йыйҙыртып, йәшәйешендә көс табырға булышлыҡ итә. Уларҙың, мәктәпте тамамлағас, артабан үҙ юлдарын табыуы, һайлаған һөнәре буйынса уңышлы хеҙмәт итеүе лә — әсә өсөн бары тик ҡыуаныс. Килендәре Әнисә һәм Лена ла уңған. Ә инде биш ейән-ейәнсәре, ике бүләһе — үҙе оло шатлыҡ, һәр береһенең уҡыуҙағы һәм эштәге бәләкәй генә ҡаҙаныштары ла өләсәй күңеленә майҙай яғыла.
Нәфисә Абдрахманова ихласлығы ғына түгел, һәр әйбергә һаҡсыл ҡарашы менән дә һоҡландырҙы. Әмиренең баяны ҡәҙерле ҡомартҡылай түрбашта урын биләй. Йәш саҡтарындағы ҡул эштәре өлгөһө — сигеүле карауат селтәрҙәре, ултырғыс япмалары — хужабикәнең маһирлығына ишара. Фотоһүрәттәр иһә — үткәндәр тураһында хәтирәләр сығанағы, һәр береһендә алыҫтағы иҫтәлекле мәл сағыла. Ә инде “Инйәр” гәзитенең һәр һанын бөхтә итеп йыйып барыуы, матбуғаттың йәшәйешебеҙҙәге әһәмиәтен яҡшы аңлауы, бөгөнгө көрсөк шарттарында рухи төшөнкөлөккә, ауырыу-сырхауҙарға бирешмәй, яңылыҡтар уртаһында ҡайнауы уның тормошон мәғәнәле, яҡты һәм өмөтлө итә.