“Ҡартайырға ваҡыт юҡ”21.08.2015
“Ҡартайырға ваҡыт юҡ” ...Күҙ асҡыһыҙ ажғыр буран. Көн сатлама һыуыҡ. Тәрән көрттө йыра-йыра ауыл урамы буйлап йәш кенә ҡатын атлай. Ҡулында – ыҡсым көрән сумаҙан...
“Күрәһең, берәйһе ауырып киткәндер, уға ярҙам итергә китеп барыуылыр инде, — ти өләсәйем. — Сир әҙәм балаһына сәғәтен алдан иҫкәртеп килмәй шул”.


Йәмле Урал тауҙары араһында урынлашҡан, йөҙләп йорттан торған, тимәк, ярайһы уҡ ҙур ғына ауылыбыҙҙағы берҙән-бер медицина хеҙмәткәре Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ғәйнуллинаны тәүге тапҡыр тәҙрә аша күреүем ине был. Ярты быуаттан ашыу элек булғайны ул хәл. “Ярай ҙа Мулдашта Лилиә бар әле — эшен яҡшы белә, күңеле изге, ҡулдары йомшаҡ”, — тигәйне шул саҡ өләсәйем.
Артабан һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы был ханымдың, әлеге сумаҙанын тотоп, кемгәлер ярҙамға ашыҡҡанын йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн бик йыш күрергә тура килде. Ауылыбыҙҙа ул асып инмәгән ишек, дауаламаған кеше юҡтыр тип әйтеү һис тә хәҡиҡәткә хи­лаф­лыҡ ҡылыу булмаҫтыр, моғайын. Аяҡтан йығылғандарҙың эргәһенә үҙе йөрөй. Хәле арыуыраҡтар медпунктҡа үҙҙәре килә. Көслө сиргә тарығандарҙы хәстәр­ләп ун ике саҡрым алыҫ­лыҡтағы Орловка ауылындағы участка дауаханаһына оҙа­та. Ул осорҙа бит төпкөл төбәктә йүнле юл юҡ, кәрәк саҡта транспорт табыу ҙа бик ҡатмарлы. Хужалыҡ етәксеһен табып, унан йә ат, йә трактор һорарға кәрәк.
— Шулай, бер ҡатындың бала табыр ваҡыты еткән, — тип хәтерләй Лилиә Вә­лиәх­мәт ҡыҙы. — Көн алама, тирә-йүн бысраҡ. Ат егеп, юлға сыҡтыҡ. Орловкаға барып етергә бер саҡрым самаһы ҡалғас, буласаҡ әсәне тулғаҡ тота баш­ла­ма­һынмы! Саҡ барып етеп өлгөрҙөк. Да­уахананың тупһаһын аша атлап, ҡатынды урындағы табиптар ҡулына тапшы­рыуыбыҙ булды, сабый донъяға тәүге ауазын һалды...
Шундайыраҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр байтаҡ була Лилиә Ғәйнуллинаның дүрт тиҫтә йыл дауамындағы хеҙмәтендә.
— Кешеләр нишләптер төндә ауырып китеүсән, шуға ла “тәүге ярҙам” сумаҙаны йоҡларға ятҡанда ла гел эргәмдә генә торҙо, — тип һөйләй ул. — Үҙем иһә тә­рән йоҡоға сумғанымды иҫләмәйем — ҡап­ҡа йә ишек шаҡыһалар, һикереп то­роп, ауырыу янына йүгерергә әҙер инем.
Яратҡан һөнәр, ауыр мәлдәргә, ҡы­йын­лыҡтарға, уңайһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, һис ялҡытмай икән тигән фекерҙә Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
— Өфө медицина училищеһына атам-әсәм кәңәшен тотоп уҡырға ингәйнем, был аҙымым өсөн һис ҡасан да үкенгәнем булманы, — ти ул.
Әйткәндәй, уның атаһы Вәлиәхмәт Нурмөхәмәт улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҙаҡ йылдар Учалы райо­нында Калинин исемендәге колхоз рә­йесе булып эшләгән. Яҡташтары хәтеренә яуаплы, талапсан, ғәҙел кеше булып уйылған. Әсәһе Фатима Әхмәтйән ҡыҙы заманына күрә уҡымышлы, сабыр, мөләйем, итәғәтле әбей ине. Лилиә апай­ҙың булмышында, гүйә, атаһының да, әсәһенең дә иң яҡшы сифаттары туп­ланған: яуаплы ла, талапсан да, ғәҙел дә, сабыр ҙа, яғымлы ла ул. Битарафлыҡты, тәрбиәһеҙлекте йәне һөймәй. Вазифаһын һәр саҡ бик етди, ихлас итеп, еренә еткереп башҡара.
Ауылда Лилиә исемле ике ҡатын йәшәне. Минең геройымды, тәрән ихтирам йөҙөнәндер инде, “врач Лилиә” тип йөрөттөләр. Дипломы буйынса фельдшер булһа ла, ул ысын мәғәнәһендә киң профилле ауыл врачы кеүек булды. Бала-саға өсөн — педиатр, өлкән йәш­тә­геләргә — терапевт, ҡарт-ҡороға — геран­толог, ҡатын-ҡыҙҙарға — акушер-гинеколог, кәрәгендә — травматолог, уролог, офтальмолог, стоматолог та булды ул. Һәр хәлдә уның белем даирәһе һәм эш тәжрибәһе медицинаның һәр тармағында ла ауырыуҙарға тейешле ярҙам күрһәтә алырлыҡ кимәлдә ине.
Ғөмүмән, яҡташтары алдында бәҫе, абруйы ҙур Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙының. Шуғалыр ҙа Мулдаш халҡы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, шәхси тормошонда, ғаилә­һендә сетерекле хәл тыуһа, тап уға мөрәжәғәт итте. Күптәргә серҙәш, кә­ңәштәш ул. Кешелеклелеге, башҡаларҙы аңлау һәләтенә эйә булғаны өсөндөр.
Кешелеклелек тигәндәй, Белорет райо­ны халҡы һыу баҫыуға дусар булған көндәрҙә “Башҡортостан” гәзите ре­дак­цияһы үҙ уҡыусыларына йортһоҙ, мал­һыҙ, кейемһеҙ ҡалған кешеләргә ярҙам итеүен һорап оран һалғас, иң тәүҙә ҡу­лына ҙур сумка тотоп Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы килгәйне.
...Һайлап алған һөнәренә тоғро ханымдың тормошо нәҡ ил сиген һаҡлаған һалдаттыҡы кеүек: көнө-төнө уяу, һәр саҡ эшкә әҙер булыу зарур уға. Айырма шунда: һалдаттар посты сиратлап һаҡлай, ә “врач Лилиә” тотош ауыл халҡының һаулыҡ һағында – бер үҙе, уны алмаштырыусы юҡ. Ҡырҡ йыл буйы тап шулай булды. Шуға ла ул дарыу, медикамент юллап 80 саҡрым алыҫлыҡтағы район дауаханаһына китһә, Мулдаш ауылы, гүйә, етемһерәп тороп ҡала.
— Бөгөнгө үлсәм менән 80 саҡрым алыҫ ара түгел, ялтлап ятҡан тигеҙ юл буйлап автобуста йә еңел машинала көнөнә әйләнеп ҡайтаһың. Ә уҙған быуаттың 60 — 70-се йылдарында кәрәкле йомошто үтәргә кәмендә ике-өс көн китә торғайны. Ун биш саҡрымдағы тимер юл станцияһына барып етеү үҙе ҙур ғазап: был араны йыш ҡына йәйәүләп үтәһең, юл уңһа, ат йә трактор тура килә. Артабан бер нисә сәғәт поезда бараһың. Тәүге көн шулай үтеп китә. Иртәгәһенә тейешле эштәр күп ваҡытты ала. Өсөнсө көн тағы — поезд, станция, ауыл, — тип һөйләй Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы.
Бөтөн күңелен биреп башҡарған, яратҡан эшенән тыш, ғаиләһе, йорто, мал-тыуары, ҡош-ҡорто ла бар бит әле. Ире йәшләй генә донъя ҡуйғас, береһенән-береһе бәләкәй дүрт балаһын яңғыҙына тәрбиәләп үҫтерергә, һәр ҡайһыһын аяҡҡа баҫтырырға тура килә “врач Лилиә”гә. Еңел булмағандыр. Әммә бер ҡасан да, һис кемдең дә уның үҙ яҙмышынан зарланғанын ишеткәне булманы. Йорто гел тап-таҙа, зауыҡ менән йыйыштырылған ине, тәмле аш-һыу еҫе аңҡып торҙо. Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт... Баҡсаһында – картуф, йәшелсә-емеш. Малына бесән кәрәк, уны ҡул менән сабаһың, йыяһың, күбәләйһең, кә­бән ҡояһың. Картуф сәсер алдынан ерҙе йомшартып ҡаҙаһың, сүп үләне баҫып китмәһен өсөн утайһың, тәпкеләйһең. Был эштәр барыһы ла физик көс талап итә. Һәр нәмәне ваҡытында башҡарырға кәрәк... Барыһына ла өлгөрә ине Лилиә апай. Йырҙағылай “ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын” булған икән ул. Көслө рухлы, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫ, бик күптәргә һәйбәт өлгө булырлыҡ ҡатын...
— Балаларым үҫә, ҡул аҫтына керә торҙо. Улдарым ун йәшенән көрәк, балта, салғы, һәнәк тота башланы, — ти ул. — Баҡса ҡаҙҙылар, бесән сабып өйҙөләр, бер эштән дә сирҡанманылар. Ҡыҙҙарым да бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫте.
Булдыҡлы булып буй еткерҙе балалары. Дүртеһе лә юғары белемле, баш­лы-күҙле, бала-сағаһы менән Өфөлә көн итә. Хаҡлы ялдағы әсәләре лә, көҙҙән яҙға тиклем балалары, ейән-ейәнсәрҙе янында була, йәмле йәй көндәрен генә ауылда уҙғара.
Ҡыҙҙары Гөлсөм менән Рита, улы Ми­рат – Башҡортостанда ғына түгел, Рә­сәй­ҙә һәм Европа илдәрендә билдәле “Пышка” компанияһының баш белгес­тәре. Марат та шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
...Һикһәнде ҡыуа барһа ла, һис би­реш­мәгән — элеккеләй тура һынлы, һөй­көм­лө, теремек, тиктормаҫ Лилиә Вәлиәх­мәт ҡыҙы Ғәйнуллина. Донъя мәшәҡәттәренә сумып ҡына йәшәмәй, форсат сыҡҡанда театрҙарға йөрөй, филармонияла йыш була. Баш ҡаланың мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Өфө хәтирәләре” үҙеш­мәкәр фольклор ансамбленә йөрөй, коллектив ойошторған концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
— Ҡартайырға һис кенә лә ваҡытым юҡ минең, — ти ул, ҡәнәғәт йылмайып.






Вернуться назад