КӨҘГӨ КҮКРӘҮ21.08.2015
КӨҘГӨ КҮКРӘҮ Ике бөйөк ҡитға осрашҡан ер —
Сал Уралдың аяҡ осонда.
Башҡорт ҡыҙы һуҡҡан балаҫ һымаҡ
Дала ята – хәйбуллалар иле ошонда...


Өфө ауылы китапханаһында ошо шиғыр юлдарының авторы Рифҡәт Ғилман улы Алғушаевтың 85 йыллыҡ юбилейына арналған “Көҙгө күкрәү” исемле хәтер кисәһе үтте. Сараға уның туғандары, һабаҡташтары, дуҫтары, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ауылдаштары йыйылды.
Заманына күрә уҡымышлы ғаиләлә тыуып үҫкән Рифҡәт Алғушаев, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға килә. Рәми Ғарипов менән бергә белем ала. Улар 112-се Башҡорт атлы диви­зия­һының Ворошиловград өлкәһендәге яу юлдары буйлап сәйәхәттә була, ғүмерлек йән дуҫтарға әйләнә. Уҡыу йылдарында Рифҡәт ижади түңәрәктәргә йөрөй, беренсе шиғырҙарын яҙа, мәктәп гәзит­тәренә һүрәттәр төшөрә, төртмәле дүртюллыҡтар яҙа. Шул осорҙағы иҫтәлектәре менән бүлешеп, кисәлә һабаҡташтары — педагогия хеҙмәте ветерандары Флүрә Аралбаева, Айҙар Ҡоҙабаев, оҙаҡ йылдар райондың партия комитетында юғары вазифаларҙа эшләгән Факил Хәкимов һәм башҡалар — сығыш яһаны. Рифҡәт Алғушаевтың шиғырҙарынан Ханнан Мөхәмәҙйәров — “Рәмигә”, Милә Кинйәбаева — “Их, Һаҡмар, Һаҡмар ғынам”, Гәүһәр Аслаева “Башҡортостан” исемлеләрен уҡып ишеттерҙе.
Башҡорт дәүләт педагогия инсти­тутының филология факультетына уҡырға ингәс, Рифҡәт Алғушаев ижади йәштәр менән аралашып, белем усағы тормошонда ҡайнап йәшәй. Уның яҙған шиғырҙары үҙҙәре үк ойошторған әҙәби гәзит-журналдарҙа даими күренә, шиғри конкурстарҙа еңеп, билдәлелек яулай. Институтты тамамлағандан һуң йәш шағир Башҡортостан китап нәшриәтенең дәреслектәр редакцияһында мөхәррир вазифаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Шул ваҡытта байтаҡ шиғырҙар яҙып, матбуғатта баҫтыра, шиғриәт ҡанундарын өйрәнә. Күренекле шағирҙар Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Муса Ғәли, Шәриф Бикҡол һ.б. менән аралашып, фәһемле кәңәштәрен ала.
1955 йылда йүнәлеш буйынса сиҙәм ерҙәргә, Хәйбулла районының “Матрай” совхозындағы урта мәктәпкә эшкә ебәрелеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытҡан осорҙа балалар өсөн күп кенә шиғырҙар ижад итә. Кисәне йәмләп, Нурзәнә Сәйфуллина, Диана Кәримова, Айһылыу Солтанова уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары таҡмаҡтарын йырланы.
Шиғри күңелле уҡытыусы, ябай ауыл рәссамы Рифҡәт Алғушаев бер юлы совхоздың рәссам-биҙәүсеһе бурысын да үтәй. Яҙғы сәсеү, урып-һуғыу осоронда, мәҙәни сараларҙа плакаттар, “Молния”лар, “Боевой листок”тар сығара.
Кисәлә Рифҡәт Алғушаев тураһында видеояҙма ла күрһәтелде. Беҙҙең илһөйәр рухлы шағирыбыҙҙың фәһемле, зауыҡлы шиғырҙары йәйге селләлә шишмә һыуын йотлоғоп эскән кеүек уҡыла икән, тимәк, халыҡ рухиәтен һуғарыуын дауам итә.

Рәзифә ҒӘББӘСОВА,
район китапханаһының
бүлек мөдире.





Вернуться назад