Улар үҙ бурысын үтәне, хәҙер – дәүләттең сираты22.02.2012
Улар үҙ бурысын үтәне, хәҙер – дәүләттең сиратыОшо көндәрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 23 йыллығы билдәләнде. Илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған утлы ғәрәсәт эсенән иҫән-аман ҡайтҡандар йәнә сафтарын барланы, һәләк булған яуҙаштарының ҡәберенә сәскә һалды, улдарын юғалтҡан әсәләр менән осрашыу үткәрҙе.
Юғарынан бирелгән фарман буйынса ойошторолмаған, ә күңел талабына, кешелек бурысына әүерелгән был сараларҙы уҙғарыу – “Һуғыш инвалидтары” берекмәһенең “Батыр” Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының иңендә.
Ойошма рәйесе Наил Ғиззәтуллин — афған сүллеген арҡырыға-буйға гиҙеп ҡайтҡан ир-азаматтарҙың береһе. Ышаныс күрһәтеүҙәре юҡҡа түгел: бай тормош тәжрибәһе туплаған ҡаһарман хәрби булараҡ ҙур абруй яулаған шәхес ул.
I класлы хәрби летчик, юғары категориялы халыҡ-ара осоусы, Афғанстандағы һәм Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә икешәр тапҡыр һәм Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, 900-ҙән ашыу хәрби осош яһаған. СССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, СССР-ҙың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең 30-ҙан ашыу орден һәм миҙалы кавалеры тыныс тормошта ла алдынғы һыҙыҡта.
Ул бөгөн дә сафта, хәрби бурысын атҡарыуын дауам итә. Көндәре бихисап хәстәр менән үтә. Хаҡлы ялдамын тип ҡул ҡаушырып ултырыу йәки еңелерәк юл һайлау уйы башына ла инеп сыҡмай. Интернациональ бурысын үтәп ҡайтҡан йәштәштәренең һәм яуҙаштарының мәнфәғәтен күҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алыуҙы мөҡәддәс бурысы һанай.
Наил Сәмиғулла улының үҙе хаҡында һөйләшеү килеп сыҡманы. Ойошма эше һәм уның ағзаларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән таныштырыуҙы хуп күрҙе ул.
Былтыр “Батыр” йәмәғәт ойошмаһының тупһаһын 600-гә яҡын “афғансы” аша атлап ингән. Ҡайһы бер көндәрҙә 10 – 15 кеше аһ-зары менән мөрәжәғәт иткән йә иһә ҡыуанысы менән бүлешкән.
Баш ҡаланың Цюрупа урамындағы 149-сы йортта урынлашҡан ойошманың ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Бында аяҡ баҫыусыларҙы, нигеҙҙә, нужа йөрөтә. Афғанстанда барыһы ла бер ҡояш аҫтында, бер сүллектә дөйөм бурыс үтәһә лә, үкенескә ҡаршы, тыныс тормоштағы көнитмештәре һәм яҙмыштары бер иш түгел. Наил Сәмиғулла улы әйтеүенсә, нисә кеше — шунса яҙмыш.
Рәсәй һәм республика хөкүмәттәре һуғыш ветерандары һәм инвалидтары тураһында хәстәрлек күреүҙе арттыра, социаль ярҙамды көсәйтә лә кеүек, әммә әлегә дәүләт ярҙамы барыһына ла берҙәй барып етмәй. Шуға ла тел ярҙамына өмөт итеп йә булмаһа аңлау эҙләп, йәмәғәт ойошмаларына ла килергә мәжбүрҙәр. Нигеҙҙә күптәрҙе торлаҡ мәсьәләһе борсой икән. Закон буйынса, хәрби бәрелеш инвалидтарын торлаҡ менән тәьмин итеү ҡаралған. 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем сиратта торғандар ғәмәлдә фатирлы булып бөткән тиерлек. Ә 2005 йылдан һуң мохтаж булараҡ теркәлгәндәр өсөн был проблема еңел һәм тиҙ арала хәл ителерлек тип әйтеп булмай. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына торлаҡ майҙаны 36 квадрат метр тип билдәләнгән, ә хәрби бәрелеш ветерандарына һәм инвалидтарына 18 квадрат метр ҡаралған. Ярай ҙа 538 мең һумлыҡ сертификатҡа бер бүлмә ала алһаң. Шуға ла дәүләт ярҙамы күрһәтелгәндәр араһында ла торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ауырлыҡ кисереүселәр бар. Ошо урында яманаты сыҡҡан 122-се Федераль законды йәнә иҫкә төшөрөргә тура килә. Закон хәрби бәрелеш инвалидтарын һәм ветерандарын да ҡайһы бер льготаларҙан мәхрүм иткән. Мәҫәлән, элек, сәләмәтлек торошона ҡарап, бушлай автомобиль бирелһә, хәҙер быға өмөт итеп булмай. Таяҡҡа таянып, көс-хәл менән йөрөһәң-йөрөйһөң, уныһы закон сығарыусыларҙы борсомай. Эш урындарында имгәнгән йәки ауыр йәрәхәтләнгән граждандарға ла бирелә автомобиль. Был тәңгәлдә депутаттарыбыҙға ныҡлы уйланаһы урын бар. Шулай уҡ бит-яңаҡ протездары менән бушлай тәьмин итеү ҙә бөтөрөлгән. Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәге үҙгәреш тә улар файҙаһына булмаған.
Күптәрҙе борсоған тағы бер проблема — һуңғы осорҙа шифаханаларға путевка бирелмәүе. Социаль йыйылманан баш тартмаһалар ҙа, үҙҙәренә тейешле ялдан файҙалана алмайҙар. Социаль страховка фонды ҡарамағында булғанда был йәһәттән мәсьәлә көйлө барған, хәҙер вәкәләт Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына бирелгән.
Быйыл 1 ғинуарҙан хәрби бәрелеш инвалидтарына хеҙмәт пенсияһының база өлөшө күләмендә өҫтәмә түләү билдәләнгән. Күп тапҡыр мөрәжәғәт итә торғас, ниһайәт, быға өлгәшелгән.
Йәмәғәт ойошмаһына килеүселәрҙең байтағы эш табыуҙа ярҙам һорай. Ир-аттың, етмәһә, ғаилә башлыҡтарының, эшһеҙ йонсоуы — үҙе ҙур проблема. Ярай әле, “афғансылар” араһындағы эшҡыуарҙар күптәрен үҙҙәренә һыйындыра икән.
Н. Ғиззәтуллиндың әйтеүенсә, береһенең дә үтенесенә битараф ҡалынмай, тейешле урынға яҙып, мөрәжәғәт итеп, һәр мәсьәләне хәл итергә тырышалар. Кемгәлер закон менән нығытылған хоҡуҡтарын аңлатыу, кәңәш биреү йәки йылы һүҙ ҙә етә. Дәртләнеп, йәшәүгә өмөтө уянып китә, тиҙәр.
Йәмәғәт ойошмаһының үтенестәрен кире ҡаҡмаған, һәр саҡ аңлап ҡабул иткән һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы Хәлил Мостафинға, һуғыш инвалидтары поликлиникаһы мөдире Розалия Саҙиҡоваға һәм Республика психиатрия дауаханаһының һуғыш, террор акттары һәм стихиялы бәлә-ҡазала зыян күргәндәр өсөн психологик реабилитация бүлеге мөдире Ирина Кузееваға рәхмәте ҙур рәйестең.
Эйе, хәрби бәрелеш ветерандары һәм инвалидтары үҙҙәренең өлөшөнә төшкән бурысты намыҫлы үтәне. Бөгөн улар беҙҙең аңлауға һәм Хөкүмәттең үҙ ваҡытында ҡәҙер-хөрмәт, хәстәрлек күрһәтеүенә мохтаж.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад