Ҡулың эш белһә...19.08.2015
Ҡулың эш белһә... …Эргәмдән саң туҙҙырып дөбөр-шатыр бер машина уҙып китте. «Йә Хоҙай, был нимә тағы: йөк автомобиле тиһәң – ҙур түгел, еңел машинаға тиңләр инең – оҙонлоғо килешмәй», — тип иҫем китеп торғанда «тимер ат»ты йүгәнләүсе, уны туҡтатып, үҙе лә кабинанан күренде. Әхмәр ауылынан Наил Әминев исемле егет икән. Ә был бәләкәй генә йөк машинаһын (шулай тип атаһаң дөрөҫөрәк булыр) үҙе эшләп алған. Һай, оҫта ла инде егеттәребеҙ!
IX класты тамамлау менән ул кондитер-ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереү өсөн һөнәрселек училищеһына йү­нәлә, һуңынан әрме бутҡаһын татый. Әйтергә кәрәк, бик тәмле бешерә Наил. Шулай ҙа күңел йыуанысын бөтөнләй икенсе күренештән тапҡан: утыҙ йыл буйы иретеп йәбештереүсе булып эшләгән мәрхүм атаһынан мираҫ итеп ҡалған оҫталыҡты үҙ иткән – тимерҙән төрлө кәрәк-яраҡ эшләй. Был машина — сираттағы хеҙмәт емеше.
— Ауылда тракторлы кешеләр күп, тик бер кем дә һиңә бушлай бесән-утын килтерә һалмай. Шуға аптырап торманым, иҫке генә бер «Волга»ның өҫкө артҡы өлөшөн ҡырҡып ташланым да бәләкәй йөк машинаһы эшләп алдым. «Иж-планета» мотоциклы двигателен ҡулланып, трактор яһау өҫтөндәмен, — тип барлай Наил үҙ ҡулдары менән булдырған техниканы. – Был автомобилгә килгәндә, әрмелә оҙон йөк машинаһында йөрөнөм, ҡайтҡас, бәләкәй машина нигеҙендә шундай уҡ «вертлюга» яһау хыялы менән яна башланым. Ташландыҡ иҫке «Москвич» табып алдым да уға яһалма рам беркеттем. Дөрөҫөн әйткәндә, машинаның төбө сереп бөткәйне инде, шуға уныһын да, башҡа ҡайһы бер деталдәрҙе лә яңыртырға тура килде. Арбаға ла «Москвич»тың рессор­ҙарын ҡуйҙым. Әммә уны тимер ҡалдыҡтарынан ғына йыйыу тигәнде аңлатмай, 12 мең һумлыҡ профиль һатып алынды. Нисек кенә булмаһын, бер миҙгел эсендә хаҡын сығарҙы машина.
Әлбиттә, оҫта ҡуллы егет менән киләсәккә уйҙары хаҡында ла һөй­ләшеп торҙоҡ.
— Ауылда төпләнергә ине. Алла бойорһа, үҙемдең таҡта ярыу цехын асмаҡсымын. Кешегә мейестәр, техника яһап һатырға була. Иң мөһиме – өйләнеп, ғаилә ҡороу, — тип хыялдары менән ихлас бүлешә буйҙаҡ. — Тик бына өй һалыр өсөн ер алыуы ауыр.
Нисек кенә булмаһын, Наил Әми­невтең киләсәктә үҙ йортон туйларына, шунда күмәк балалар үҫте­реренә, таҡта ярыу һәм иретеп йәбештереү цехтарын да асып ебәреренә шик юҡ.

Рәмил МАНСУРОВ,
«Башҡортостан»дың
үҙ хәбәрсеһе.




Вернуться назад