Эшҡыуарҙар, фермерҙар күп хәҙер. Шулар араһында үҙ эшен асҡан гүзәл затҡа һоҡланыуым сикһеҙ. Тәтешле районының Әрибаш ауылы фермеры Эльза Ғилмәүетдинова ҙур булмаған хужалығы һәм эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.
Һүҙ – уға:– Фермерлыҡҡа урау юлдар аша килдем, әммә алдыңа ниәт ҡуйғанда, уны тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкин. Шуны әйтер инем: үҫемлекселек, йәшелсәселек булһынмы, малсылыҡ тиһеңме, республикабыҙҙа һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бына шуны күҙ уңында тотоп, эшмәкәрлегебеҙҙе ауыл хужалығы буйынса йәйелдерҙек. “Беҙ батырсылыҡ итмәгәндә, һеҙ йәһәт кенә эш башланығыҙ, барыһы ла шыма ғына бара. Уның сере нимәлә?” – тип минән дә, иремдән дә йыш һорайҙар. Иң беренсе тәүәккәллекте һәм егәрлелекте күңелегеҙгә һалығыҙ, тим һәммәһенә лә.
Барыһы ла тиҫтәгә яҡын һыйыр малынан башланды. Ирем Григорий Васильевичтың тана һәм үгеҙ һимертеп һатайыҡ тигән тәҡдимен хупланым. Өҫтәүенә бер нисә һауын һыйыры ла бар ине. Итте һатыуға сығарабыҙ, һөттө комбинатҡа илтәбеҙ. Әйткәндәй, тәүлегенә 140 литр тирәһе һөттө Тәтешле май заводына тапшырабыҙ. Яйлап һыйыр малын арттырҙыҡ, улар һанын 50-гә еткерҙек, әммә был беҙҙең өсөн сик түгел. 120 гектар майҙанға иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән сәстек. Үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла бер юлы алып барыу отошло, минеңсә. Бөгөн игенде йыйып алып бөттөк тиһәң дә ярай. Тик бесән әҙерләгәндә, туҡтауһыҙ ямғыр яуҙы, шулай ҙа күмәк көс менән уны ла тамамланыҡ. Оҙайлы ҡышҡа әҙербеҙ.
Быйыл 1 миллион 400 мең һумлыҡ грант оттоҡ. Ул аҡсаға техника, һыйыр малы алдыҡ. Форсаттан файҙаланып, етәкселеккә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ысынлап та, беренсенән, тырышһаң, эш ҡарышмай, икенсенән, власть ижтиһад һалғандарҙы күрә һәм ярҙам итә. Был беҙгә ҡанат ҡуя, алдағы көндәргә маҡсаттар билдәләгәндә этәргес көс бирә.
Билмән цехы астыҡ. Ҡайҙан эшсе көс табайым тип баш ватырға түгел. Әрибаштарға эш урыны булдырҙыҡ. Алевтина Ғәлимйәнова, Флүзә Алексеева, Ангелина Ғәйнаншина, Зия Әхмәҙуллина, Рәмил Авзалов, Күсем Зидимышев менән иңгә-иң терәп эшләйбеҙ. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарыбыҙ Диана менән Дарья ла эргәбеҙҙә урала.
Шәхси магазиныбыҙ бар, унда көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙар һатыла. Киләсәктә иһә һөтсөлөктө нығыраҡ үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
Илдар АҠЪЮЛОВ
яҙып алды.