Һунар ваҡыты башлана19.08.2015
Башҡортостан Хөкүмәте республикала һунар ваҡытын билдәләне.

29 августан 15 ноябргә тиклем – һыу, һаҙлыҡ-болон, ҡыр, дала, 29 августан 31 декабргә ҡәҙәр – урман кейектәрен, 1 ок­тябрҙән 29 февралгә тиклем ҡуян аулау рөхсәт ителә. Бынан тыш, 2015 – 2016 йылдарҙағы һунарсылыҡ осоронда тотош Башҡортостанда – һыуырға (тейендәр ғаилә­һенә ҡараған кимереүсе), ә Архангел, Ауыр­ғазы, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Куш­на­ренко, Мәләүез, Саҡмағош, Шаран район­дарында һоро һәм аҡ ҡуянға һунар итеү тыйыла. Ҡайһы бер биләмәләрҙә кейек аулауға бәйле өҫтәмә сикләүҙәр ғәмәлгә индерелә.



Вернуться назад