Өгөт-нәсихәт мәле етте19.08.2015
Башҡортостандағы киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы башланды. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, ул һайлауға тиклем 28 көн алдан тормошҡа ашырыла.
Агитация материалдары ҡануниәткә яраш­лы эфир ваҡыты, баҫма майҙан өсөн түләү күләме һәм башҡа шарттар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарған, шулай уҡ һайлауҙы ойошторған комиссияға белдереү ебәргән киң мәғлүмәт сараларында ғына урынлаштырыла ала. Түләүле агитация материалдары кандидаттарҙың һәм сәйәси партияларҙың һайлау фонды аҡсаһы иҫәбенә донъя күрә.
Урындағы һайлауҙа кандидаттар өсөн баҫма майҙанды һәм эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә һалынды. Теркәлгән кандидаттар урындағы ваҡытлы матбуғат баҫмалары, радио һәм телевидение аша агитация кампанияһын башлап ебәрҙе.
Әйткәндәй, сентябрҙә 15-се Күмертау һәм 50-се Туймазы һайлау округтарында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары өҫтәмә һайлана. Кандидаттарға агитация материалдарын “Туймазинский вестник”, “Шаранские просторы”, “Кумертауское время”, “Юшатыр” гәзиттәрендә түләүһеҙ урынлаштырыу хоҡуғы бирелде.
Һайлау алды агитацияһы тауыш биреүгә тиклем бер тәүлек алдан, йәғни 12 сентябрҙә, тамамлана.




Вернуться назад