Кукуруз, кукуруз... күкрәп үҫ!19.08.2015
Рөстәм Хәмитов Республика йортонда “Рәсәй ауыл хужалығы академияһының Бөтә Рәсәй кукуруз ғилми-тикшеренеү институты директоры Владимир Сотченко менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, агросәнәғәт комплексының алдынғы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
— Бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы — республикала кукуруз үҫтереү. Ошо мәсьәләгә бәйле һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ, — тип һүҙен башланы Башҡортостан Башлығы. — Һуңғы тиҫтә йылда был культураны етештереүгә бәйле хәл шәптән түгел. Әүәлерәк ул 200 мең гектарҙан ашыу ерҙә үҫтерелһә, әле ни бары 40 мең гектарҙа. Ауыл хужалығы министрлығы кукуруз майҙанын 80 мең гектарға еткереүгә өлгәште. Ләкин был ғына етмәй. Күрше Татарстанда күрһәткес — 220-230 мең гектар.
Василий Сотченко әйтеүенсә, Рәсәйҙә 4 миллион гектар ерҙә кукуруз үҫтерелә. Уның 2,5 миллион гектары — иген, 1,54 миллионы силос кукурузына тура килә. Һуңғы йылдарҙа иген кукурузын етештереү илебеҙҙә 2,5 тапҡырға артҡан.
— Һеҙҙә ер Татарстанға ҡарағанда сифатлыраҡ. Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарындағы ҡара тупраҡты башҡа төбәктәрҙә осратмаҫһың да, — тине Владимир Сотченко. — Ҡошсолоҡ фабрикаларының ҡалдыҡтары кеүек ашлама базаһы ла тап ошо йүнәлеште үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Республика Башлығы кукуруз ғилми-тикшеренеү институты менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөргә тәҡдим итте. Яҡтар быйыл октябрҙә үткәреләсәк семинар барышында был документҡа ҡул ҡуйырға килеште. Бынан тыш, ғилми-тикшеренеү институты Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында кукуруз сәсергә һәм уңышты киләһе йыл “Баҫыу көнө” семинарында күрһәтергә ниәтләй.
Рөстәм Хәмитов республиканың Ауыл хужалығы министрлығына кукуруз үҫтергән агропредприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдарын тикшерергә ҡушты.