Нөркә ауылында “Реаль эштәр” проектына ярашлы һыу үткәргестәр алмаштырыла. Граждандар йыйынында ауыл халҡы хәл итерлек көнүҙәк проблемаларҙы барланы. Күпселекте һыу үткәргес торбаларын алмаштырыу мәсьәләһе борсой икән. Әлбиттә, нөркәләр был ҙур бурыстың бер йыл эсендә генә хәл ителмәҫен аңлай, әммә проекттың оҙайлы буласағы алдағы йылдарҙа ла эште ошо йүнәлештә дауам итеүгә өмөттө арттыра.
Нөркә ауыл биләмәһе яуаплылығы сикләнгән “Агропродукт” йәмғиәте менән килешеү төҙөгәндән һуң, август башында Морат Шакиров хеҙмәтләндергән “KOMATSU-93R” экскаваторы Үҙәк урамында 100 метр оҙонлоҡтағы траншея ҡаҙа башланы. Иҫке тимер торба алынып, полиэтилендан яңыһы һалынасаҡ, урамда янғын һүндереү техникаһына һыу алыр өсөн гидрант урынлаштырыласаҡ.
— Утыҙ йыл фермала һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Иптәшем Һәйтәк ауылындағы сусҡасылыҡ комплексында энергетик ине. Ошонда ғүмер иткәс, һәр яңылыҡты һөйөнөп ҡабул итәбеҙ. 1965 йылдарҙа уҡ сафҡа ингән һыу үткәргес бик туҙған. Күп өйҙәргә һыу ошо үткәргес аша индерелгән. Торбалар тишелеп әленән-әле проблемалар тыуып ҡына торҙо. Халыҡтың үтенесе үтәлеүенә беҙ бик шат, — ти ошо урамда йәшәгән хеҙмәт ветераны Альбина Шакирова.
Урынлы һәм ваҡытлы ғәмәлгә ашырыла “Реаль эштәр” проекты, тиҙәр бында. Ошондай мөмкинлек тыуғанға нөркәләр ҡыуанып бөтә алмай.
— Быйыл 100 метр аралыҡта торба алмаштырылһа, алдағы йылдарҙа эш туҡталмаһа, ҙур проблема хәл ителер ине, — ти ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Флидә Ғиндуллина.