Мәл. Уны тотоп, кадрға эләктереп кенә өлгөр. Өлгөрмәнең икән – бөтөнләйгә юғалттың тигән һүҙ. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: береһен дә махсус рәүештә төшөрәм тип “һунар”ға сыҡмайһың. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән дә ошондай мәлдәрҙе сағылдырған һүрәттәр көтәбеҙ.Ҡая булмаһа,
бағана ла ярайТәбиғәт бөгөн йәнләнә. Юҡ, беҙ һаҡсыл булғанға түгел. Дөйөм хужалыҡ тарҡалып, малдар бөткәйне, элекке урындарҙа таллыҡтар үҫеп сыҡты, сәскәләр төрлөләнде. Ҡоштар донъяһы ла тулылана: ҡасандыр беҙҙең яҡтарҙы ташлап киткән бөркөттәргә тиклем ҡайтты. Ана, береһе юғары вольтлы электр сымы тартылған бағана башын “таш-ҡая” иткән дә тирә-яҡты күҙәтә. Шулай ҙа яҡын ебәрмәй, килә башлау менән һауаға күтәрелә — талғын ел ыңғайына ҡанаттарын елкәндәй кирә.
Ҡоштар оя ташламайКесерткән турғайҙары тип йөрөтәләр уларҙы беҙҙең яҡта. Таллыҡ, йылға буйҙарындағы ҡыуаҡлыҡ тирәләй үҫкән кесерткәнде үҙ итеп, ошонда оя ҡорған өсөн шулай атағандарҙыр инде. Күренмәйҙәр ҙә. Тик ояларына яҡын бара башлаһаң, баш осонда йән өшөткөс сырҡылдыҡ тауыш сығарып осалар.
Ҡайһы ваҡыт салғы осо кесерткәнгә эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ундай саҡта ҡоштар балаһын күсереү яғын ҡарай. Һәр хәлдә ояны асыҡ ҡалдырмайҙар, сөнки йомортҡалары әллә ҡайҙан ялтырап, балалары күренеп тора. Ни ғәләмәт, былары тәбиғи булмышына буйһонамы: инәһе яйлап оя баҫып сығарҙы, сипылдаҡтары үҫеп етте. Балаларын сит-ят ҡоштан, йыртҡыс йәнлектән һаҡлау өсөн күпме түҙемлек, көс кәрәклеген үҙҙәре генә беләлер.
Сырр-сырр...Был йәшел сиңерткә шул тиклем мауыҡҡан, хатта эргәһенә килеп еткәндә лә уйлап бирмәйенсә, үлән һуты һура. Бәлки, “модел”леккә дәғүә итәлер ҙә төрлө яҡлап фотоға төшөргәнде көтәлер.
Иртән тороп,
тышҡа сыҡһам… Юҡ, таҡмаҡтағыса “һыйыр ҙа сәпәкәй итмәй, ҡара һарыҡ та гармун уйнап, кәзәкәйҙе бейетмәй”, ә… калуш эсендә туҙбаш йылан ята! Бахырҙың баш, һырт тирәһе уйылған — яраһы тәрән. Шунда уҡ мейе буйлап: “Терпе һөжүм иткән”, — тигән уй үтте. Туҙбаш һыйыныр урын эҙләп калуш эсенә ҡасҡан.
Баҡсала ике күрше йәшәй. Береһе — терпе. Икенсеһе – йорт, мунса нигеҙендә оя ҡорғаны — йылан. Һәр хәлдә көндөҙ ошо тирәгә сығып, ҡояшта ҡыҙынырға ярата ул. Терпе иһә ҡыштыр-ҡыштыр төнө буйы йөрөп сыға ла көндөҙ хәл ала.
Беҙҙең халыҡта улар икеһе лә зыянһыҙ иҫәпләнә. Туҙбаш йыланды үлтерергә ярамай — изге һанала. Өйгә инеп йөрөмәһен өсөн уға аҡ (ҡатыҡ, һөт) һалып, ситкә генә ҡуйырға мөмкин, тиҙәр. Йорт эйәһе лә туҙбаш сүрәтендә була тигән әйтем бар.
Ике тунлыБыл һарыҡҡа үҙенең тәбиғи туны ғына етмәгән, яһалмаһын да кейергә уйлаған — дегәнәк йәбештергән. “Мода ҡыуыусы” һис аптырамай, башын да ҡалҡытмай ашауын белә. Бәлки, туны уның һаҡланыу сараһылыр ҙа — бер кем, бер нәмә борсой алмай.
Сувенир бәшмәктәрҠар өҫтөндәге бәшмәктәрҙән дә матур күренеш юҡтыр. Юҡ, былары урманда үҫмәгән, ә... үҙебеҙ гелән бәшмәк йыуған һыуҙы түккән урында килеп сыҡҡан. Ҡыш буйы үҙенсәлекле сувенир булып ултырҙылар.