Ҡымыҙына ни етә!19.08.2015
Ҡымыҙына ни етә! Ҡымыҙсылыҡ тыуған төйәгебеҙҙең йөҙөн билдәләгән тармаҡтарҙың береһе булып тора. Ата-бабаларыбыҙҙың шифалы эсемлеге республиканың үҙенсәлекле брендына әүерелде. Был йәһәттән, әлбиттә, уны етештереүселәр маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.


Уңғандарҙың береһе – фермер Руслан Ахунов. Бынан 11 йыл элек яңы эш башлаған йылҡы үрсетеүсе егет эсемлектең даны тыуған яҡтарынан ситкә таралыр, үҙе Башҡортостандың иң яҡшы ҡымыҙсыларының береһе булып танылыр тип уйламағандыр. Ә ул бына нисек башлай: йәш ғаилә, шәхси хужалығында ат үрсетеү һәм ҡымыҙ яһау менән шөғөлләнергә ҡарар итеп, дүрт бейә һатып ала. Бер аҙ тәжрибә туплап, ҡымыҙ етештереү һәм йылҡысылыҡты үҫтереү серҙәрен үҙләштергәндән һуң, крәҫтиән (фермер) хужалығы аса. Ярҙамға бирелгән 300 мең һум аҡсаға тағы ла ат һатып алалар. Йылҡы һанын йылдан-йыл арттыра баралар. Бөгөн Ахуновтарҙың хужалығында 200 баш ат иҫәпләнә, шуның 80-е – һауын бейәләре.
Ғаилә ағзалары иртәнән кискә тиклем ал-ял белмәй, бөтә көстәрен һалып эшләй. Шуға уңышҡа өлгәшә улар. Дүрт йыл элек бейә һауыуҙы машинаға көйләп, ҡымыҙ етештереүҙә тулыһынса ҡул көсөнән арынһалар ҙа, фермерҙың мәшәҡәте һис кәмемәй. Руслан ҡымыҙ бешеү өсөн электр бешкәге яһап ҡуя. Уҙған йыл продукция өсөн һауыт етештереү маҡсатында махсус ҡорамал һатып ала. Хәҙер иһә үҙенсәлекле һауытҡа һалынған эсемлек күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
Ахуновтар традицион башҡорт ҡымыҙы ғына түгел, пастеризацияланған бейә һөтө лә етештерә. Фермерҙың продукцияһы магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай, шифалы эсемлекте дауалау учреждениеларында ла теләп алалар. Әйткәндәй, быйыл уларҙың дүртәүһе Әлшәй ҡымыҙсыһы менән килешеү төҙөгән.
— Был ҡымыҙҙы үҙ иткәндәр ҙә, әҙерләүҙең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән оҫталар ҙа беҙҙең тауарҙан ҡәнәғәт, — ти Руслан. – Әлбиттә, маҡтау һүҙҙәре ишетеүе бик күңелле, ул беҙгә көс өҫтәй, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешеү өсөн кәйефте күтәрә. Ләкин беҙгә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, абруйыбыҙҙы төшөрмәҫкә, бөтә күңелебеҙҙе һалып эшләүҙе дауам итергә кәрәк.
Фермер менән иңгә-иң терәшеп эшләгән кешеләр байтаҡ. Улар миҙгел ваҡытында йәлеп ителә. Ғаиләһендә лә бына тигән ярҙамсылары бар. Ҡымыҙ бешеү технологияһы өсөн ҡатыны Гөлүсә һәм өлкән улы Динар яуаплы. Күптән түгел генә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейын тамамлаған Денис та, биш йәшлек Данияр ҙа — ҙур ярҙамсы. Тимәк, ғаилә эшен дауам итеүселәр бар.


Вернуться назад