Йәшәүгә дәрт, көс бирә18.08.2015
Йәшәүгә дәрт,  көс бирә Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан халҡының берҙәмлеген, көсөн, тырышлығын күрһәтте. “Киләсәктә ниндәй телдәр өйрәнергә кәңәш итер инегеҙ?” – тип һорағайны шул саҡта бер журналист Президент Владимир Путиндан. Уның “Урыҫ һәм башҡорт телдәрен!” тигән яуабы милләт мәсьәләһенә яҡшы ҡарашын белдерҙе. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаларҙан һуң телебеҙҙе ҡыҫырыҡлауҙан оялырҙар тигән фекергә килдем.

Үҙем 41 йыл мәктәптә уҡытып, туған теле­беҙҙең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ни тиклем мөһим икәнлегенә инандым. Тел уҡы­тыусылары, зинһар, әүҙем булығыҙ, гәзит-журналдарҙан һәр яңылыҡты уҡығыҙ, үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ! Яҙмышыбыҙ үҙебеҙ­ҙең ҡулда бит. Күп мәктәптәрҙә ҡайһы бер дәрестәрҙең башҡорт телен ҡыҫыу иҫәбенә уҡытылыуына күҙ йоммағыҙ.
Үҙем конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Мә­ҫәлән, быйыл “Башҡортостан” гәзите ойош­торған “Тыл һалдаттары” конкурсында 2-се урынды алдым.
Рәхмәт “Башҡортостан” гәзитенә! Бөтөн донъя, республика хәбәрҙәрен беҙгә еткереп тора ул. Ниндәй генә рубрика юҡ гәзиттә, бөтәһе лә фәһемле, кәрәкле.


Вернуться назад