Онотоу һис мөмкин түгел18.08.2015
Беҙҙең ҡәҙерле атайыбыҙ һәм һөйөклө ирем Миңлебай Нажар улы Фәхретдинов ҡаты ауырығандан һуң арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы.

Ғәзиз кешебеҙҙе дауалап, булған ғына ғүмерен оҙайтыуға ифрат ныҡ булышлыҡ иткән Өфө ҡалаһындағы 18-се дауахананың хирургия бүлеге мөдире Дамир Рим улы Ахуновҡа, табип Альберт Данил улы Бикмәтовҡа, эргәһендә йүгереп йөрөгән бүтән медицина хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙгә көтмәгәндә килгән ауырлыҡты күтәрешергә ярҙам иткән ғаилә дуҫтарыбыҙ рух ныҡлығы бирҙе – Әминевтәр, Күсәковтар, Поздняковтар, Хамбаевтар, туғандарыбыҙ Ғәлекәевтәр, Сөнәғә­туллиндар, Ихсановтар, Фәхретдиновтар, Тоҡомбәтовтар, ҡоҙаларыбыҙ Баймырҙиндар һәм бүтәндәр мәрхүмде һуңғы юлға оҙатҡанда ныҡ булышлыҡ итте. Йәнә Ейәнсура районының Яңыбай ауыл хакимиәте етәкселегенә, Ҡужанаҡ һәм Таулыҡай халҡына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ҡатыны Флорида Фәхретдинова, балалары Наил һәм Лидия, Диләфрүз һәм Руслан, Миләүшә, Гөлгөнә, ейән-ейәнсәрҙәре Рената, Сөләймән, Ибраһим, Назар, Кәрим һәм Асия.



Вернуться назад