
Ҡайҙа нисектер, әммә Сибайҙа ауырыусылар тиҙҙән кәмейәсәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки уларға Таусылар проспектында урынлашҡан “Лекарь” дарыуханаһы янындағы “Доктор Айболит”ҡа мөрәжәғәт итеп тә сирҙән арынырға мөмкин. Табип һынын эшләүселәр әйтеүенсә, шәфҡәтле һәм тылсымлы ҡуллы доктор янында ултырып алыу төрлө ауырыуҙарҙан азат итер.
Медицина хеҙмәткәренең абруйын арттырыу, уның хеҙмәтенә баһаны, хөрмәтте көсәйтеү һәм рәхмәт йөҙөнән Сибай ҡалаһының юбилейына бағышлап эшләнгән был һәйкәл барыһының да күңеленә хуш килде. Уның янына ултырып, табиптың шифалы ҡулдарын тотоп фотоға төшөүселәр, Интернет селтәренән күренеүенсә, көндән-көн арта. Тимәк, уның авторҙары Илнуз Ҡотоев менән Евгений Григорьев үҙ маҡсатына өлгәшкән, тип әйтергә була.