Өй туйлаусылар күбәйә18.08.2015
Өй туйлаусылар күбәйә Һуңғы йылдарҙа ҡалала күп фатирлы йорттар төҙөлөшө киң ҡолас алды. “Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү” федераль программаһы ярҙамында иҫке өйҙә йәшәүселәргә фатир биреү дүрт этапта бара. Ул 2017 йылда тамамланасаҡ, барлығы 87 йорт төҙөлөп, 1 100 кеше яңы фатирлы буласаҡ.


Күптән түгел Островский урамында ҡалҡып сыҡҡан 16-сы һәм 24-се йорт­тарҙағы икешәр бүлмәле фатирҙарҙы 28 ғаилә алып ҡыуанды. Улар ара­һын­да яҙмышын йәштән Сибайға бәйләгән Зоя менән Анатолий Телятниковтар ҙа бар. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләһә, Зоя Григорьевнаның хеҙмәт ке­нәгәһендә тик бер генә яҙыу: “Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспан­серының шәфҡәт туташы”. Ул Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеменә лә лайыҡ булған.
Ике ҡыҙ – Светлана һәм Галинаны тәрбиәләп үҫтергән ғаилә оҙаҡ йылдар Коммунистар урамындағы иҫке өйҙә йәшәгән. Бар уңайлыҡтары булған өр-яңы йортҡа күсергә кәрәклеген әйткәс, башта Телятниковтар аптырап ҡалған.
– Тәүҙә баҙап ҡалдыҡ, артабан ныҡ ҡыуандыҡ, – ти йорт хужаһы.
– Ике бүлмәле яңы фатирыбыҙ элек­кеһенән ныҡ айырыла. Бында бүлмәләр ҙур һәм яҡты, бигерәк тә аш бүлмәһе уңайлы, ҙур, – тип ҡыуана хужабикә.
Әле буяу еҫе лә таралып бөтмәгән фатирҙа. Хужалар урынлашып та өл­гөр­мәгән: унда-бында ҡуйылған төйөн­сәк­тәр сиселмәгән, әйберҙәр бу­ша­тылмаған. Әммә барыһы ла яңы йорттоң уңайлы һәм йылы буласағына ышана, йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек һиҙелә.
Илле ике йыл татыу йәшәгән Зоя менән Анатолий Телятниковтар яңы йортта киләсәктә бергә йәшәүҙәренең 55, 60 йыллыҡтарын һәм гәүһәр туйҙарын үткәрергә хыяллана.
Тиҙҙән Белов һәм Куйбышев урам­дарындағы күп ҡатлы йорттар фай­ҙа­ланыуға тапшырыласаҡ.


Вернуться назад