Уның менән ғорурланам22.02.2012
Атай яҡлай, атай һаҡлай беҙҙе,
Ауырлыҡтар төшһә иңдәргә.
Табыусы ул, туйындырыусы ла,
Оло терәк һәр бер миҙгелдә.
Арымаһын һинең көслө ҡулдар,
Талмай типһен изге йөрәгең.
Эҙһеҙ ҡалмаҫ, әрәм булмаҫ һис тә
Һинең түккән әсе тирҙәрең.

“Атайлы бала — арҡалы бала” тигән әйтемде элегерәк аңлап етмәй инем. Хәҙер инде, үҫә төшкәс, ул минең өсөн шул тиклем тәрән мәғәнәгә эйә.
Атайым зооинженер булһа ла, ул бик күп һөнәргә эйә. Илдә барған үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында колхоз, совхоздар бөтөрөлөп, ауылда йәшәүсе күпселек эшһеҙ юғалып ҡалһа, атайым, киреһенсә, йүгереп йөрөп, сәмләнеп, төрлө эш башҡара.
Районда беренселәрҙән булып ит комбинаты төҙөп, эшен башлап ебәрҙе, алыпһатарҙарға уңайлы һатыу урындары булдырҙы, тимер ҡапҡалар, тәҙрәгә рәшәткәләр яһай, умарта тота. Ғөмүмән, атайым заман ағышынан бер ҙә артта ҡалмай. Хәҙер ул компьютер серҙәрен өйрәнә, яңы программалар үҙләштерә. Фото төшөрөү менән дә мауыға, таҡтаташ яҙа.
Атайымдың ҡул оҫталығы районыбыҙҙың һәр ауылында, бик күп өйҙә күҙгә ташлана.
Беҙҙең атай — табыусы, туйҙырыусы ғына түгел, ысынбарлығында беҙгә оло терәк. Ял ваҡыттарын уның менән күңелле һәм файҙалы үткәрәбеҙ. Йәй көндәрендә Ағиҙел йылғаһында, күлдәрҙә бөтә ғаиләбеҙ менән һыу инергә яратабыҙ, ә ҡышын яҡын ҡалаға барып, бассейнда рәхәтләнәбеҙ. Беҙ һау-сәләмәт булып, сынығып үҫһен тип, бына бишенсе йыл рәттән атайым Ағиҙел буйында беҙгә каток яһаны. Был башланғысты күреп, башҡа атай-әсәйҙәр ҙә ҡушылды.
Кемдәрҙер дан ҡаҙана, аҡса артынан ҡыуа, ә атайым һаман башын баҫып эшләй бирә. Бөрйән урамдарын ҡартайған ағастарҙан таҙартҡаны өсөн бер мәл унан штраф түләттерҙеләр. Һуңынан шул ағастар ҡуйырып, йәшелләнеп киткәс, беҙ шым ғына һоҡланып йөрөнөк, ә башҡалар күңелендә ниндәй уй булғандыр — уныһы миңә ҡараңғы.
Атайымдың яҡшы сифаттары тураһында сикһеҙ күп яҙып була. Ул оҫта бейеүсе лә. Сәхнә тормошонан бер генә миҫал килтергем килә. “Һеҙ — бейегән кеше, әйҙәгеҙ, балалар менән берлектә “Ҡороҡсолар” бейеүен һалайыҡ”, — тип әйткәстәре, сәхнәлә егерме йылдан ашыу бейемәгән булһалар ҙа, атайым менән әсәйем ризалашты. Көн һайын репетицияға йөрөйбөҙ. Малайҙарға йүгәндәр кәрәк ине. Ни эшләргә? Мәҙәниәт һарайында ла ҡайғыртҡан кеше юҡ. Атайым, күп уйлап тормай, Белорет ҡалаһына сығып китте, унда һатыуҙа булған йүгәндәр етешмәгәс, Өфөгә барып етеп, барыбер табып алып ҡайтты.
Ана шулай үтә лә эшлекле, ябай, ярҙамсыл, эскерһеҙ минең атайым. Бөтә атайҙар ҙа минеке һымаҡ булһа, тормош нисек еңел, матур, күңелле һәм бәхетле булыр ине!
Минең килер көндәрем ышаныслы, атыр таңдарым тыныс, сөнки мин атайлы һәм арҡалы!
Әминә ДАУЫТОВА.
Бөрйән районы,
Иҫке Собханғол ауылы.


Вернуться назад