Сибайҙа — Ҡымыҙ байрамы18.08.2015
Сибайҙа — Ҡымыҙ байрамы Ошо көндәрҙә Сибайҙа ҡаланың 60 йыллығына арнап Ҡымыҙ байрамы үткәрҙеләр. “Урал аръяғы ҡымыҙы” тип аталған бәйгелә Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан 13 дәғүәсе ҡатнашты. Төрлө яҡтың иң оҫта ҡымыҙ етештереүселәре үҙҙәренең эсемлеген маҡтай-маҡтай баһалама ағзаларына тәҡдим итте.

Әлбиттә, һәр кемеһенең үҙ сере, үҙ ысулдары. Ҡымыҙҙың ниндәй генә төрө юҡ ине: баллы, муйыллы, сейәле, ыҫланған, әсе, сө­сө, яллы, ҡаҙылы... Әммә ҡымыҙҙың үҙ тәме һаҡланырға тейеш, ти баһалаусылар.
Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан Рәүф Ҡасҡыновтың “Союз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 34 баш бейә һауыла. Уларҙы көнөнә дүрт тапҡыр Нәйлә Рафиҡова һауа. Көндәлек 100 литр һөттән етеш­терелгән ҡымыҙ шундуҡ һатылып та бөтә.
Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан Йәмилә Ҡунафина бындай бәйгеләрҙә тәүгә ҡатнаша.
– Нисәмә йыл ҡымыҙ етештереп, уны һа­тыу менән шөғөлләнһәк тә, бындай байрамға беренсе тапҡыр килеүебеҙ. Ныҡ оҡшаны ул, башҡаларҙан тәжрибә, серҙәр өйрәндек. Бындай ярыштарҙы даими үткәреп тороу кәрәк, – ти ул.
“Урал аръяғы” I асыҡ ҡала конкурсында төп бүләкте Баймаҡ районының “Союз” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы, беренсе урынға Сибайҙың “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡымыҙ­сылары сыҡты.
Ҡалала барлыҡҡа килгән матур йола – Ҡымыҙ байрамы – киләсәктә лә дауам итәсәк.


Вернуться назад