Үҫтерһәң баҡса, бирерҙәр аҡса18.08.2015
Башҡортостан етәкселеге баҡсасылыҡ предприятиелары һанын арттырырға ниәтләй. Хөкүмәт президиумы ултырышында күп йыллыҡ үҫентеләрҙе ултыртыуға, ҡарауға һәм төпләүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн ҡаҙнанан субсидия бүлеү тәртибенә төҙәтмәләр индереү тәҡдиме хупланды.

Әлегә тиклем дәүләт ярҙамы алыу өсөн хужалыҡтарҙа емеш биреүсе үҫентеләр май­ҙаны кәмендә 3 гектар тәшкил итергә тейеш ине. Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер был май­ҙандың бер гектар булыуы ла етә. Субсидия алыу өсөн шулай уҡ ойошмалар финанс-иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү планын төҙөргә тейеш.
Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, дәүләт ярҙа­мына хоҡуҡлы емеш-еләк етештереүселәрҙе күбәйтеүгә иҫәп тотола. Былтыр ете хужалыҡ субсидия алһа, быйыл уларҙың һанын 11-гә еткереү мөмкинлеге бар. Ҡулланыусылар баҙарын ситтән килтерелгән продукция урынына сифатлы һәм арзан үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бик мөһим. Ошо маҡсатҡа быйыл 10,96 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан — 9,86 миллион, республика бюджетынан 1,1 миллион һум бүлеү ҡаралған.




Вернуться назад