Яңырыу өсөн теләк тә, терәк тә бар18.08.2015
Яңырыу өсөн теләк тә, терәк тә бар Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләкән районына эш сәфәре барышында ураҡ эштәре менән танышты, агросәнәғәт комплексы предприятиеларында, инфраструктура һәм социаль өлкә объекттарында булды, урындағы актив менән биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Алға ҡасабаһында республика етәк­се­леге “Ҡаҙанғол” тәжрибә-етештереү хужалығы баҫыуҙарында иген йыйыуҙы ҡараны. Предприятиеның генераль директоры Сергей Заикин әйтеүенсә, “Премиум Групп” холдингы хужалыҡҡа 2011 йылдан алып 120 миллион һум самаһы инвестиция һалған. Ураҡ баш­ланыуға өр-яңы автоүлсәгес ҡуйылған, иген таҙартыу агрегаты ре­конструкцияланған. Өс йыл эсендә 71,8 миллион һумға ауыл ху­жалығы техникаһы, шул иҫәптән тракторҙар, сә­сеү комплекстары, комбайндар һатып алынған. Рөстәм Хәмитов маши­наларҙың күп­селеге сит илдә етеш­те­рел­гән­леген, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең техникаға күсергә ваҡыт еткәнлеген билдәләне. Предприятие етәксеһенең әле баҙарҙа Рәсәй трак­тор­ҙа­рына ҡытлыҡ булыуы хаҡында фекере менән килешеп, төбәк Башлығы Баш­ҡорт­останда Ҡытай капиталы ҡатнашлығындағы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге барлығын белдерҙе.
— Күптән түгел Ҡытай вәкилдәре республикала төрлө тракторҙар йыйыуҙы ойошторорға тәҡдим итте. Беҙ был мәсьәләне тикшерәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе “Ҡаҙанғол” хужа­лығының етештереүҙе ойоштороу өлкә­һендәге ҡаҙаныштарын юға­ры баһаланы.
Сәфәр барышында район хаки­миәте башлығы Илшат Фәйзрах­ма­нов төбәк Башлығын “Дәүләкән” индустриаль паркы проекты менән таныштырҙы.
Яңы индустриаль парк сеймал ба­заһы эргәһендә махсус тармаҡ майҙан­сығын ойоштороу, конкурентлы про­извод­стволар булдырыу нигеҙендә биләмәне тотороҡло социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү өсөн шарттар тыу­ҙырыу мөмкин­леген бирәсәк. Өҫтәүенә инвестор­ҙарҙың заманса майҙансыҡ­тарға ихтыяжы ла ҡәнәғәтләндере­ләсәк. Әле Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә резиденттар эҙләнә.
Дәүләкән ҡалаһында республика Башлығы 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡараны. Объект былтыр декабрҙә һалына башлаған, ләкин аҡса булмау сәбәпле туҡтап ҡалған. Әле майҙансыҡта эш ҡайтанан башланған. 2016 йылда сафҡа инәсәк баҡса мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратты бөтөрөү мөмкинлеген бирәсәк.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Дәүләкәндәге 36 фатирлыҡ йорт төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Ул халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы һалына. Эш былтыр декабрҙә баш­ланған. Объектты август аҙағына тиклем сафҡа индереү күҙаллана. “КомфортСити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айрат Зөлҡәрнәев әйтеүенсә, эш төҙөүсенең шәхси аҡсаһы иҫәбенә алып барыла.
Башҡортостан Башлығы Дәүләкән үҙәк район дауаханаһындағы капиталь ремонтты ҡарап сыҡты. Стационарҙың дүрт ҡатлы төп бинаһы 1973 йылда уҡ һалынған, шул осорҙан алып капиталь төҙөкләндереү ҙә, яңыртыу ҙа үткә­релмәгән. Палаталарҙың, башҡа бүлмә­ләрҙең торошо янғын хәүеф­һеҙлеге талаптарына, санитария һәм гигиена нормаларына тап килмәгән. 2006 йылдың мартында дауалау-диагностика корпусында капиталь ремонт башланған. Икенсе һәм дүртенсе ҡат­тарҙа коммуникациялар алмаштырыл­ған, тәҙрә һәм ишек яңаҡтары ҡуйыл­ған. Беренсе ҡатта иһә ремонт тамамланмаған, стеналар тыштан йөҙләнмәгән.
Былтыр, “Асыҡ мөхит” һәм “Матди-техник базаны нығытыу” кеүек айырым маҡсатлы программаларға ярашлы, төп корпустағы һаҡ һәм янғын системалары монтажланған, терапия корпусында тәҙрә яңаҡтары яңыртылған. Быйыл дауаханалағы лифт реконструкция­ланған, баҫҡыстарға ремонт яһауға аҡса бүленгән, балалар бүлексәһендә төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.
Үҙәк район дауаханаһының поликли­никаһында ла 2012 йылда ремонт башланған. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡ һәм коммуникациялар алмаштырылған. Ләкин бинаның эсендә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға аҡса етмәй.
— Киләһе йыл бөтөн эште лә тамам­ларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо мәсьәләне йылдам хәл итеү бурысын йөкмәтте.
Артабан республика Башлығы 439 уҡыусыға иҫәпләнгән 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен реконструкциялау барышын тикшерҙе. Объектта эш 2009 йылда башланған, ләкин күп тә үтмәй туҡтап ҡалған. Әле бында “Төҙөкләндереү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йәлеп ителгән. Мәктәп сафҡа индерелеү менән уны 6-сы урта мәктәп менән ҡушыу күҙаллана. Һуңғыһының бинаһы авария хәлендә. Белем биреү учреждениеларын берләштереү һөҙөм­тәһендә кластар тулыланасаҡ, балалар бер сменала уҡыясаҡ, мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдар йылына 1,64 миллион һумға кәметеләсәк. Киләсәктә 1-се мәктәп нигеҙендә электрон белем биреү үҙәген асыу ҡарала.
“Премиум Групп” холдингына ингән Дәүләкән икмәк ризыҡтары комбинатында республика етәксеһе эшкәртеү предприятиеһының яңы цехтарында, шул иҫәптән заманса тирмәндәрҙең береһендә булды. Ойошманың генераль директоры Сергей Шульга Рөстәм Хәмитовты ферментланған арыш ҡуры етештереү буйынса завод төҙөү планы менән таныштырҙы. Ул районға 35 эш урыны бирәсәк. Төбәк Башлығы проектты хупланы һәм бөгөн республикаға яңы предприятиелар кәрәклеген билдәләне.
Рөстәм Хәмитов, район активы менән осрашып, муниципалитетты социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләрен дә тикшерҙе. Кәңәшмә барышында республика етәксеһе райондағы сәнәғәт һәм агросәнәғәт комплексының үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне, социаль һәм юл инфраструктураһы, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация, сифатһыҙ алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнеше менән бәйле көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе. Туризмды, сауҙаны, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.






Вернуться назад