Хикмәт атта ғына тормай15.08.2015
Олатайым һәм өләсәйем Мөхәримә менән Фуат Ҡаһармановтар Наурыҙ ауылында йәшәй. Оло инде улар, әммә йәшәү дәрте йәш кешеләрҙекенән артығыраҡтыр!
Бала сағы бик ауыр булған ҡәҙерлеләремдең. Һуғыш заманына тура килгән. Өләсәйемдең атаһы уғаса вафат булған, ә олатайымдыҡы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың икенсе айында уҡ армия сафына алына. Уны тәүҙә Япония сигенә ебәрәләр. Ике йыл үткәс, инде яуҙың ҡап уртаһында булған. “Ике генә хат килде атайымдан”, — ти олатай. Ә өсөнсө хат, күпме генә көтһәләр ҙә, килмәй. Смоленск янындағы ҡаты һуғыштарҙың береһендә мәңгелеккә совет һалдаты булып ятып ҡала ул.
Олатайым 1941 йылда II класҡа уҡырға бара. “Көн йылы саҡта аҙыраҡ йөрөй алдым”, — ти ул. Һыуыҡтар төшә башлағас, мәктәпкә юл ябыла, сөнки кейергә йылы әйбере булмай. Ләкин ошо бер йыл эсендә ул хәреф танырға өйрәнеп өлгөрә һәм уҡыу ауырыуын мәңгелеккә “йоҡтора”.
Йәйен-көҙөн ун йәшлек малай башмаҡ көтөргә сыға. Оҙон көндәрҙә ҡулына ниндәй китап, гәзит эләгә, шуны ижекләп уҡый. Үҫә килә, оҫтарып та ала. Ә иң тәүге осона сыҡҡан ҙур китабы — Сәғит Агиштың “Нигеҙ“ романы.
Әле лә 82 йәшлек уҙамандың гәзит-журналһыҙ ял итеүен күҙ алдына килтереп булмай. Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып төшһәң, олатайым менән өләсәйемде күп осраҡта матбуғат баҫмалары уҡыған саҡта тап итәһең.
“Нисек инде гәзит-журналға яҙылмаҫҡа мөмкин? Төрлө бүләктәр вәғәҙә итәләр, ат-һарыҡ отторалар икән”, — тип шаярта ул. Бына инде 60 йыл ошо йолаға хыянат итмәй, бүләк итеп улдарына ла яҙҙыра. “Әйҙә, рәхәтләнеп уҡыһындар”, — ти ул. Бына шулай, дуҫтар, хикмәт атта ғына ла түгел.