Һәр йортҡа ҡаҙанлыҡ ҡуйыла15.08.2015
Һәр йортҡа ҡаҙанлыҡ ҡуйыла Һуңғы йылдарҙа торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн файҙаланылған тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” күп фатирлы йорттарға йылылыҡ биргән үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә тотонолған сығымдарҙың саманан тыш артыуына килтерҙе. Бында йәшәгәндәрҙең коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә теләмәүе лә бихисап проблемалар тыуҙыра. Ҡасандыр ҡасабаларҙа төҙөлгән ике ҡатлы фатирҙар яҙмышын ыңғай хәл итеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле сараһы – был йорттарҙы айырым йылытыуға күсереү.

Красная Башкирия ауылындағы 19 йортта урын­лаш­ҡан 300-ҙән ашыу фатирҙы айырым газ ҡаҙанлыҡтары менән тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙна­һынан 60 миллион һум аҡса бүленгән. “Башкоммунприбор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тарафынан һәр йортҡа ҡаҙанлыҡ ҡуйыла, йылытыу торбалары алмаштырыла. Оҙаҡ йылдар ҡара һыуыҡ һәм үтә дымлы йортта йәшәп интеккән Ғәлиә Ишкининаның ҡыуанысы ҙур.
– Ниһайәт, беҙҙең өшөп-туңыуыбыҙ бөтөр тигән ышаныстабыҙ.
Өфөнән килгән иретеп йәбештереүсе Дамир Ғәлиев тә үҙ эшен яҡшы белә: фатир хужаларының теләген иҫәпкә алып эш итергә тырыша.
– Элекке торбалар күптән сереп, тутығып бөткән. Яңылары йорт хужаларына оҙаҡ йылдар буйына хеҙмәт итәсәк, – ти ул.
Красная Башкирия ауыл биләмәһе башлығы Закир Әхмәтшин әйтеүенсә, йылытыу мәсьәләһе иң “ауырт­ҡан” урындарҙың береһе булған. Үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡ йылы биреп еткермәгәс, күп кенә фатирҙарҙа дымлылыҡ күҙәтелә. Ауыл Магнитогорск ҡалаһына яҡын булыу сәбәпле, күптәр шунда йөрөп эшләй, хеҙмәт хаҡы ала, әммә коммуналь хеҙмәткә түләргә “онота”. Ә һыу менән йылылыҡ булмаһа, шунда уҡ бәлә һалырға оҫталар. Хәҙер һәр кем шәхсән газ ҡаҙанлығын яндырасаҡ һәм тотонған “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн түләйәсәк.
Санаңды – йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле лә. Ҡышҡылыҡҡа дәррәү әҙерләнгән Красная Башкирия халҡы ҡышты нисек уҙғарыр – ваҡыт күрһәтер.


Вернуться назад