Юлдан ғына йөрөгөҙ...22.02.2012
Ғаиләлә биш бала үҫтек: дүрт малай, бер ҡыҙ. Дүртебеҙ ҙә армия сафында хеҙмәт иттек. Мин Алыҫ Көнсығышҡа — Ҡытай сигенә — эләктем. Әлбиттә, ике йыл буйына күргән-кисергәндәр байтаҡ булды. Ана шул фәһем биргән ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә тәҡдим итәм.

Иң ауыр йөк

1985 йыл. Еврей автономиялы округының Биробиджан ҡалаһында хәрби күнекмә үтеп, Уссури йылғаһы буйында ятҡан Бикин ҡалаһына (ҡала тимәһәң, хәтере ҡалыр) килдек. Беҙҙе заставаларға бүлеү ниәте менән плацҡа теҙеп ҡуйҙылар. Асфальтҡа заставаларҙың һаны яҙылған. Өлкән лейтенант исемлек уҡый, заставаңдың һанын әйтә һәм һин шунда барып баҫаһың. Алдан әйтәйем: ул саҡта Афғанстанда һуғыш бара ине, һәм беҙҙең Бикин погранотрядынан да маневр төркөмөн шунда ебәрәсәктәрен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалғайным. Офицер минең исемде әйтте, 1-се застава, тине. Теләр-теләмәҫ кенә “заставама” табан атланым һәм... “Мангруппа” тигән яҙыуҙы күреп, тот та шунда барып баҫ. Һуғыш уйыны уйнап үҫкән малайлыҡ үтмәгән, күрәһең, һуғышҡа барам, йәнәһе.
Ниһайәт, бүлеү бөттө. Мангруппаның командиры, ниндәйҙер капитан, саф буйлап һалдаттарҙы ҡарап йөрөй. Бына ул эргәмә килеп туҡтаны ла, аптырағандай, миңә баштан-аяҡ күҙ йүгертеп сыҡты. Кәүҙәм бәләкәй булыуына ғәжәпләнгәне һиҙелеп тора бының. Бүтәндәр минән бер башҡа тиерлек ҙурыраҡ. Бер аҙ торғас, капитан икеләнгәндәй:
— БМП (хәрби пехота машинаһы) аккумуляторын күтәрә алаһыңмы һуң? — тип һораны.
— Күтәрәм, — тим, күҙ ҙә йоммай.
— Үҙеңде күтәреп йөрөргә тура килер. Бармай, — тип ҡәтғи ҡарар сығарҙы был.
Әлбиттә, ауылда тауҙар артылып, бесән сабып, утын һөйрәп, атайһыҙ, ауыр эш башҡарып үҫкәнде белһә, минән дә шәп кандидат тапмаҫ ине ул “афған”ға. Ярай әле белмәгән, тим хәҙер. Барыбер кешегә тоҫҡап ата алмаҫ инем, моғайын. Хәйер, кем белә?
Ә БМП аккумуляторына килгәндә, ул саҡта 100 килограмды күтәреп, һалдаттарҙы аптыратҡайным. Ләкин иң ауыры капитандың “Үҙеңде күтәреп йөрөргә тура килер” тигән һүҙе булды. Был һүҙҙе, әрменән ҡайтыуыма 25 йыл үтһә лә, күтәрә алмайым. Кеше һүҙенән дә ауыр йөк юҡ донъяла...

Миңә барабан тоттормағыҙ

Мине капитан “брак”ка сығарғас, заставаңдан килеп алғансы тип, музвзводҡа беркетеп торҙолар. Бер ниндәй музыка ҡоралында уйнай белмәйем үҙем. Шулай ҙа Стәрлетамаҡтағы 2-се интернатта уҡығанда ҡурай һыҙғыртырға өйрәнеп, арлы-бирле “Әпипә”не маташтырҙым, ауылда туристарҙан бер “ярты”ға алмаштырып алған гитараның, көйө сыҡмаһа ла, ҡылына һуға беләм. Бар һөнәрем шул. Ә бында — тынлы оркестр!.. Нимә тип музвзводҡа беркеткәндәрҙер, аңламайым. Заставанан мине һораусы ла, эҙләүсе лә юҡ.
Бер көн музвзвод командиры мине саҡыртып алды ла:
— Бына һиңә, — тип үҙем ҙурлыҡ барабан тотторҙо, һуғып та күрһәтте. — Һалдаттар һул аяғын баҫҡан һайын, бер ритмда ғына һуғаһың.
Һуғып ҡарайым — килеп сыға бит, әй. Хатта командир маҡтап, миңә “илһам” ҡанаттары үҫтереп ебәрҙе.
Плацҡа сыҡтыҡ. Бына бойороҡтар яңғыраны: равняйсь!.. Смирно!.. Шагом марш!.. Тынлы оркестр марш уйнап ебәрҙе. Ә мин... барабанға һуғырға онотҡанмын, ҡәһәрең. Ҡаушаным, буғай. Ләкин үҙемде ҡулға алып өлгөрҙөм һәм “шап” та “шоп” барабанға тондора башланым. Командирыбыҙ әйләнеп, ниҙер ишаралай, мин иһә, был дәртләндерергә самалай тип, барабанды тағы ла ҡыҙыуыраҡ төйәм. Штаб командиры полковник Вавилов янынан үтеп киткәс кенә аңланым хәлде: һалдаттар аяҡ күтәрә — мин барабанға тондорам икән... Бына нимәгә булған взвод командирының ишараһы! Һуңынан командирыбыҙ тетмәмде тетте, әлбиттә. Шуның менән онотолдо, сөнки штаб командиры ла был турала бер ни өндәшмәгән. Күрәһең, уның да ҡолағына айыу баҫҡандыр.
Тормошомда ла шулайыраҡ мин: кеше ыңғайына атлай белмәйем, йыш ҡына ритмды боҙоп ҡуям. Миңә барабан тоттормағыҙ!..

Эт менән эт булма

Апаруҡ ҡына хеҙмәт иткәндән һуң, 12-се заставаға командировкаға ебәрҙеләр. Бында яҡташым, Сәйетбаба ауылы егете Миңнур Йәнешев хеҙмәт итә икән. Ҡосаҡлашып күрештек.
Бер көн:
— Әйҙә, минең этте һынап ҡарайыҡ, — ти Миңнур. — Һин бына ошо ҡом өҫтөндә эҙеңде ҡалдыр ҙа анау юлдан йүгер. Ҡырға сыҡма.
“Бәй, юлдан ғына барғас, мине һуҡыр ҙа таба инде ул”, — тип уйлап ҡуйҙым, ләкин дуҫҡа әйтмәнем.
Байтаҡ ҡына йүгерҙем. Бара торғас, теге уй мейене сүкей башланы. Туҡта, мәйтәм, ил сиген боҙоусы юлдан йөрөймө ни? Ҡыҙыҡ итәйем әле быны, тип тайгаға инеп киттем. Әҙме-күпме ара үттем, һаҙлыҡ башланмаһынмы!.. Ниңә тайгаға кергәнемә үкенә башланым. Ни эшләргә? Артҡа ла китеп булмай. Хәйер, артты-алды, уңды-һулды юғалтҡайным инде: ҡайҙа ҡарама — ҡара урман... Шулай ҙа, сама менән, әгәр туп-тура ғына барһам, Уссури йылғаһына сығасағымды һиҙәм. Ағас төптәренә һикерә-һикерә, бысраҡҡа батып, хәлдән тайып барып сыҡтым һыу буйына. Хәҙер инде йылға ағымына ҡаршы атлаһаң — застава...
Әле уйлаһам, тән семерҙәп китә: шунда һаҙлыҡ упһа, йә йылан саҡһа (унда йылан күп ине), йә башҡа берәй хәлгә тарыһаң... Бөткәнме ни!.. Һөйәгеңде лә тапмаҫтар. Миңнур дөрөҫ әйткән, юлдан ғына йөрөргә кәрәк. Эт менән эт булма икән...
Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Вернуться назад