Яҙмышы билдәләнә15.08.2015
Элекке көн “Вкладтарҙы страховкалау агентлығы” дәүләт корпорацияһының “Социнвестбанк” акционерҙар йәмғиәтенең банкротлығын киҫәтеү сараһында ҡатнашыу планындағы үҙгәрештәр раҫланды.
“Социнвестбанк”ты “һауыҡтырыу”ға тәү сиратта “Рәсәй капиталы” йәмғиәте йәлеп ителә. Тап уға банктың өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген, кредиторҙар менән ваҡытында иҫәпләшеүен тәьмин итерлек аҡса бүленә.
Артабан Агентлыҡ тарафынан үткәрелгән конкурс һөҙөмтәһендә “Социнвестбанк”ты “һауыҡтырыу”ға иң яҡшы шарттар тәҡдим иткән ойошма билдәләнәсәк.