“Кроношпан”да хәлдәр нисек?15.08.2015
Республика Башлығы ағас эшкәрткән “Кроношпан Башҡортостан” предприятиеһындағы төҙөлөш барышы менән танышты.

Иң тәүҙә Kronospan Holdings East Limited ком­паниялар төркөмө башлығы Петер Кайндл менән уның Башҡортостандағы пред­прия­тиеһының генераль директоры Ардашер Курбаншо республика етәксеһенә тауар етеш­те­реү процесын күрһәтте. Ағас сеймалын ваҡлау, юнысҡыны һаҡлау һәм ташыу участкалары ҡарап сығылды. Әҙер та­уарҙы киптереү, сортҡа айырыу тикшерелде.
Ардашер Курбаншо әйтеүенсә, Өфө пред­приятиеһындағы киптергес сәғәтенә 100 тон­налыҡ ҡеүәткә эйә, ул компанияның иң ҙур объекттарының береһе булып тора. Кипте­реүҙә ҡулланылған һыу саңдан таҙартылып, атмосфераға быу рәүешендә генә сыға.
Артабан Рөстәм Хәмитов етештереүҙәге иң ҙур пресс урынлашҡан ерҙә булды. Бында шымартыу, плитәләрҙе төрөү кеүек эштәр башҡарыла. Аҙаҡ әҙер тауар келәтен һәм ташыу өсөн тәғәйенләнгән тимер юлын барып күрҙеләр.
Предприятиеның генераль директоры бел­де­реүенсә, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә Мәскәү өлкәһендәге заводта уҡыған, стажировка үткән. Тәүге тауарҙы август аҙағына сығарыу күҙаллана.



Вернуться назад