“Аҡыллы селтәр”ҙән – һынлы сәнғәткәсә15.08.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡала буйлап сәфәре барышында “Башкирэнерго” селтәре менән идара итеү үҙәгенең эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан нефть химияһы эшкәртеү институтының яңы асыштары менән танышты. Ул Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында ла булды.

Башҡортостан электр селтәре компанияһы составындағы “Башкирэнерго” ойошмаһының идара итеү үҙәге ҙур ҡеүәткә эйә. Ул баш ҡаланың электр селтәрҙәренең эшмәкәр­леген көйләй. Һигеҙ диспетчер пунктын бер­ләш­тереп кенә ҡалмай, теге йәки был ерҙә барлыҡҡа килгән өҙөклөктө тиҙ арала төҫ­мөр­ләп, уны рәтләү сараларын күрһәтә һәм, кә­рәк­ле кабелде ремонтлағансы, халыҡты аль­тернатив электр энергияһы менән тәьмин итә. Быларҙың һәммәһе лә бер нисә минут эсен­дә генә атҡарылыуын да билдәләү мөһим.
Әлегә ошо Smart Grid концепцияһы Баҡа­лы, Ғөбәйҙуллин, Злобин урамдары, Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән биҫтәлә генә тормошҡа ашырыла. Киләһе дүрт йыл эсендә ҡаланың электр хужалығын тотошлай “аҡыллы селтәр”гә күсереү күҙаллана.

* * *
Сәфәрҙең икенсе өлөшө Башҡортостан нефть химияһы эшкәртеү институтында үтте. Унда Рөстәм Хәмитов тормошҡа ашырылған проекттар менән танышты.

Яңы лабораториялар эшмәкәрлеген күҙәт­кән­дә Башлыҡ республикала һатылған бен­зин­дың сифаты менән ҡыҙыҡһынды, юл төҙө­лөшө өлкәһендәге төбәк стандарты проекты менән танышты.
– Юл төҙөлөшө һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Сифат яғы, ысынлап та, аҡһай. “Өфө – Аэропорт” юлын ғына күпме ремонтланыҡ, һаман ғәжәп хәлдәр булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов осрашыу барышында.
* * *
1991 йылда төҙөлгән 235 урынға тәғәйенләнгән ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында әлеге ваҡытта 231 кеше иҫәпләнә.

Рөстәм Хәмитов бындағы ашхана, теннис һәм тренажер залдары, медицина кабинеты, бөҙрәхана һәм башҡа бүлмәләрҙең торошо менән танышты. Йорт-интернаттың икенсе ҡатында урын алған картиналарҙың авторы Константин Юриндың ижады ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Рөстәм Зәки улы рәссамға төр­лө күргәҙмәләрҙә, аукциондарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға кәңәш итте.




Вернуться назад