
“Рәсәй балалары – Ҡытай ҡунаҡтары” тип аталған халыҡ-ара проект нигеҙендә Башҡортостандан 20 уҡыусы ошо Көнсығыш иленә сәйәхәткә юлланды.
Был мөмкинлек Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың тәҡдиме буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тормошҡа ашырылды. Сәфәргә юлланған төркөм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән, Эске эштәр министрлығының, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балаларынан тупланған.
Экскурсия программаһы бик сағыу һәм йөкмәткеле, ул йәш быуынды илдең тарихы, мәҙәниәте, йәшәйеше менән таныштырыуға ҡоролған. Уҡыусылар донъялағы иң ҙур Тяньаньмэнь майҙанын, Пекиндағы Мин һәм Цин династияларының Императорҙар һарайын, Бөйөк Ҡытай стенаһын, Олимпия уйындары үткән биләмәләрҙе күрәсәк, үҙҙәренең ҡытай тиңдәштәре менән аралашасаҡ, каллиграфия, цигун гимнастикаһы, көрәш дәрестәре аласаҡ. Ул ғына ла түгел, бергәләп урман зоопаркына, Ҡытай дәүләт музейына, океанариумға, Урыҫ урамына сәйәхәт ҡылыу ҡаралған.