Бар ине шәп саҡтар!22.02.2012
Бар ине шәп саҡтар!Университетты тамамлағас, Совет Армияһы офицеры булараҡ, Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт иттем. Беҙҙең часть туғандаш (ул ваҡытта, ысынлап та, шулай ине) Польша ерендә урынлашҡайны. Заманында СССР тип аталған бөйөк илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан да, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар байтаҡ ине унда. Яҡташтарым айырыуса шәп егеттәр иҫәбендә булды: үҙҙәре көслө һәм ҡыйыу, аҡыллы һәм тәртипле. Мин уларҙың береһен, Туймазы районы егете сержант Раян Баһауетдиновты, ҙур теләк менән үҙемә ярҙамсы — автовзвод командиры урынбаҫары — итеп алдым. Раян да, башҡа хәрбиҙәр ҙә хеҙмәттә һынатманы; күнекмәләрҙә шартлы “дошман”ды гелән еңеп сыға инек.
Подразделениемдағы ошондай һоҡланғыс егеттәр хаҡында шул осорҙа шиғыр яҙғайным. Элекке полкташтарымды ла, бөгөн Ватанды һаҡлаусыларҙы ла, ҡыҫҡаһы, бөтөн ысын ир-атты үҙебеҙҙең байрам менән ҡотлайым һәм уларға “Здравия желаю!”

Һалдат

— Ауыр түгелме һуң
Һалдат тормошо? — тип
Һорашмағыҙ әле,
туғандар.
Ниңә ауыр булһын,
ауыр түгел!
Күтәренке була
хатта күңел
ең һыҙғанып
иҙән йыуғанда.
Ул ни бер аҙ
моңһоулата инде,
әкрен генә
Ҡояш батҡанда,
Һыҙылып таңдар атҡанда,
окоптарҙа ятҡанда.
Һағындырып иҫкә төшә
Шундай саҡтарҙа
дуҫтар менән
үткән көндәр
тыуған яҡтарҙа...
Тревога булһа,
йыйынырға
һалдатҡа биш минут етә,
Сөнки уның бар байлығы
тоҡсайға һыйып бөтә.
Һалдат итеп
сыныҡтыра
полигон туҙандары,
Ир-егет тип
әйтке килмәй
һалдат булып,
бил өҙҙөрөп
ҡайыштар быумағанды!

Марсель СӘЛИМОВ,
запастағы майор.


Вернуться назад