Йылмайып-көлөп кенә15.08.2015
Йәшәгән, ти өс тегенсе. Беренсе­һе­нең өйөнә “Бында Рәсәйҙәге иң шәп тегенсе ғүмер итә” тип яҙылған, икен­се­һенең ҡапҡаһына “Был өйҙә Башҡортостандағы иң яҡшы тегенсе йәшәй” тигән алтаҡта эленгән, өсөнсөһө “Был урамдағы иң оҫта тегенсе – мин” тип яҙған, ти.
* * *
– Әсәй һиңә өйҙә ялан аяҡ йөрөргә ҡушты, – тип ҡаршылаған Ғәле атаһын.
– Ә ниңә? – тип аптыраған ул.
– Кейем ямағанда энәһен юғалтты, таба алмай ҙа ҡуя, – тип йылмайған улы.
* * *
Биология дәресендә уҡытыусы балаларға былай тип һорау биргән:
– Донъяла иң илатҡан йәшелсә-емеш ниндәй?
– Картуф, – тигән иң артҡы партала ултырған Ғәле.
– Ғәле, йә әле яҡшыраҡ уйлап ҡара, һин бит һуған тип әйтергә теләгәйнең, – тип дөрөҫләргә маташҡан уны уҡытыусы.
– Юҡ, картуф, картуф, сөнки теге көндә Вәсил бәргән картуф танауыма тейгәйне, шунда уҡ күҙҙән йәштәр атылды, – тигән малай.
* * *
Япондар бурҙарҙы тота торған робот уйлап тапҡан. Заманса техника Японияла биш минут эсендә – 100, ә Америкала 200 бурҙы эләктергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә биш минут та үтмәгән, кемдер роботтың үҙен урлап ҡасҡан.


Вернуться назад