Рухи дәрт менән һуғарылған ғүмер15.08.2015
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип янып йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Халҡыбыҙҙың рухиәтендә мәңгелек исемдәр, күңел киңлектәрендә мәңге балҡып торорҙай яҡты йондоҙҙар бар. Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов – шундай сағыу шәхестәрҙең береһе.

Ғиндулла Ширияздан улы 1930 йыл­да Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. Башҡаларға өлгө булырҙай тормош юлы төрлө һынау­ҙар әҙерләп ҡуя уның өсөн. Кесе йәш­тән үк әсәйһеҙ ҡалып, төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙ көсөнә ышанып йәшәргә өйрәнә малай. Сәйетбаба урта мәктә­бендә белем алғандан һуң, Ҡолҡан башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлай. Артабан Юлыҡ ете йыл­лыҡ мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Стәрлетамаҡ уҡытыу­сылар институтын тамамлағандан һуң йүнәлтмә менән Ҡурған өлкәһенә ебәрелә. Юғары белемгә эйә булыу теләге Ғ. Шәйәх­мәтовты Башҡорт дәүләт университетына килтерә, шул уҡ ваҡытта Йөҙимән ете йыллыҡ мәктәбенең директоры була.
Күренекле тел ғалимы Жәлил Кейекбаевтың музейын булдырып, уны оҙаҡ йылдар етәкләгән Ғиндулла Ширияздан улы үҙе – атаҡлы ғалимдың уҡыусыһы, университетта белем алғанда уның лекцияларын тыңлау бәхетенә эйә була. «БДУ-ла уҡыған саҡта уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор булып Жәлил Кейекбаев эшләне. Ул саҡта иҫке төрки яҙмаһын, ғәрәп яҙмаһын өйрәнеү бар ине. Ул Кейекбаев ағайҙың инициа­тиваһы менән индерелгән, тип һөй­ләйҙәр ине. Ә бит уның 1942—1943 йылдарҙа Сәйетбаба урта мәктәбендә директор булып эшләү осоронда немец теленән дәрестәрен дә тың­ла­ған инем. Талантлы яҙыусы С. Агиш унда завуч булып эшләне. Уларға туған телде яратырға өйрәтеүҙәре өсөн ғүмерем буйы рәхмәтлемен», – ти ул. Шулай, тыуған яҡҡа, туған телгә ҡарата һөйөү тойғоһо һеңә егет күңе­ленә.
БДУ-ны тамамлағандан һуң Ғ. Шә­йәхмәтов Имәндәш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор булып эшләй. Унда ла Ғиндулла Ширияздан улы үҙен оҫта етәксе итеп таныта – хужалыҡ эшен иғтибар үҙәгенә ҡуйып, ике бүлмәле уҡытыусылар йорто төҙөтә, интернатҡа капиталь ремонт яһата. 1953 йылдан 1990 йылға тиклем һәр ауылда «Белем» йәмғиәтенең тәүге ойошмаһы рәйесе, пропагандист, лектор, агитатор кеүек йәмәғәтселек эшен атҡара.
Байтаҡ тәжрибә туплап ҡайта ул тыуған ауылына. 1963 йылдан алып 1967 йылға тиклем дүрт йыл Сәйет­баба урта мәктәбендә директор була. «Ул йылдарҙа директорҙарҙы һайлап ҡуйыу процесы ла булып алды. Район Советы, райком, РОНО минең канди­датураға альтернатив кандидат итеп быға тиклем завуч булып эшләгән ип­тәш­те тәҡдим итте. Һайлау һөҙөмтәһе минең файҙаға булды. Был Ғафури районында берҙән-бер эксперимент ине, башҡаса ул ҡабатланманы шикелле. Уҡыусылар күп – 1000-дән ашыу, урын етмәй. Иң мөһиме – әлеге көндә белем биреү усағы булып хеҙмәт иткән ике ҡатлы бинаның проектын төҙөтөүгә өлгәштем”, – тип бәйән итә ул.
Етәксе барлыҡ сараларҙы комплекслы алып бара. Уҡытыу-тәрбиә, төҙөлөш, йәмәғәт эштәрендә ҡатна­шыу – бөтәһе лә үҙ ваҡытында, тейешле кимәлдә башҡарыла. 1967 йыл­да завуч булып эшләгән В. Үтә­гәновҡа мәктәп директоры вазифаһын тапшырып, уҡы­тыу­сылыҡ һәм йәмә­ғәтселек эше менән генә шөғөлләнә башлай. Район уҡытыусыларына ҙур методик ярҙам күрһәтә. Ул «Һәр дәрес – асыҡ!» девизы аҫтында эш итә, асыҡ дәрестәре менән күп ауылдарға сығып йөрөй, шуға ла уның тәжрибәһе менән уртаҡлашырға башҡа район уҡытыусылары килә. Абруйлы белгесте 1969 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берекмәһенең етәксеһе итеп һайлап ҡуялар. Был бурысты 21 йыл дауамында атҡара ул.
Ғиндулла Ширияздан улының тын­ғыһыҙ фәнни-ижади эшмәкәрлеге педагогик хеҙмәте менән тығыҙ үрелеп бара. Уның 43 йыл ғүмере мәктәп, балалар тәрбиәләү менән бәйле. Ошо дәүерҙең 26 йылын ул үҙенең туған мәктәбендә эшләгән, 14 йылында Йөҙимән, Имәндәш, Сәйетбаба мәктәптәрендә директор булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Ғиндулла Ширияздан улы – ҙур абруй ҡаҙанған остаз, халыҡ зиһененә, күңеленә аҡыл, сафлыҡ һәм матурлыҡ һалған ил аҡһаҡалы, ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы.
Мәшһүр ғалим, талантлы яҙыусы, яҡташыбыҙ Ж. Кейекбаев мәрхүм бул­ғас, уның эшенә тоғролоҡ һаҡ­лаған шәкерте остазының исемен мәңгеләштерергә тотона. Йөрәгендә тәрән ихтирам тойғоһо һаҡлаған уҡыусыһы профессорҙың ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген хазина итеп һаҡлауҙы һәм халыҡҡа еткереүҙе янып башҡара. Ғиндулла Ширияздан улының оҫта ойоштороу һәләте, ты­рыш­лығы менән Сәйетбаба урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге нигеҙендә Жәлил Кейек­ба­ев­тың музейы булдырыла, мәктәпкә уның исеме бирелә. 1991 йылда күренекле ғалим һәм яҙыусының тыуған ауылында музей төҙөлә башлай. Был оло эштәрҙе йәмәғәт башланғысында, күңел йомартлығы менән, яратып, бөтә ихтыяр көсөн биреп башҡара уҡытыусы-энтузиаст.
Ғ. Шәйәхмәтовтың күп яҡлы эшмә­кәрлегенең йәнә бер яғын – район һәм республика кимәлендә уның әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булыуын әйтеп китергә кәрәк: «Йондоҙ» колхозында пропагандист, оҫта лектор, РОНО советы ағзаһы, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, ауыл Советы депутаты, район, республика гәзит-журналдарының әүҙем хәбәр­сеһе, тел мәсьәләләре буйынса респуб­лика фәнни-ғәмәли конферен­ция­ларында ҡатнашыусы.
1989 йылда башланған үҙаллылыҡ өсөн көрәш хәрәкәтенә ныҡлап ылы­ғып, быға тиклем үҙе етәкләгән «Бе­лем» йәмғиәтен «Аҡбейек» исе­мен­дәге башҡорт мәҙәни үҙәгенә әйләндереп, был эште 2002 йылға тиклем алып бара. Ғиндулла Ширияздан улының бөтә башҡарған эштәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең изге идеяларына тоғролоҡ менән һуғарыла.
Кешеләр йөрәгенә иман нурҙары, изгелек сатҡылары таратыусы ла Ғиндулла Ширияздан улы. 1993 йылдан алып ул Сәйетбаба ауылы мә­сетендә имам-хатип вазифаһын баш­ҡара. 2008 йылда күрше Ҡа­ранйылға ауылында мәсет астырыуға өлгәшә. Никах, балаға исем ҡушыу, йыназа уҡыуҙары унһыҙ үтмәй. Шулай итеп, дин юлын ярыуҙа ла Ғиндулла ағай башлаусы булып тора. Элекке коммунист, партия хеҙмәткәре, ял­ҡынлы атеист булған Ғ. Шәйәхмә­товтың бөгөн, намаҙын ҡал­дырма­йынса, мәсеткә йөрөүе бәғзеләргә сәйер тойолалыр. Әммә: «Мин барыбер үҙем булып ҡалдым, «уҡытыусы», «мө­ғәллим», «мулла» төшөнсәләренә бер мәғәнә һалынған, ул тәү сиратта – тәрбиәсе», – ти арҙаҡлы мәғрифәтсе.
Ғүмере буйы хәрәкәттә булған, йәмғиәткә рыяһыҙ хеҙмәт итеүҙе үҙенең мөҡәддәс бурысы иҫәпләгән Ғиндулла Ширияздан улы һәр эшенән ләззәт табып йәшәй, был ҡәнәғәтлек тойғоһо уға көс-дәрт бирә. Зыялы аҡһаҡалыбыҙ бөгөн дә мәҙәниәтте, мәғрифәтте үҫтереүгә, рухиәтте һаҡлауға өлөш индереп, яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ауылдаштары ихтирамы уртаһында ғүмер итә.

Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Жәлил Кейекбаев
йорт-музейы директоры.



Вернуться назад