Халыҡ йыйыны хоҡуҡһыҙ, имеш...14.08.2015
(“Ер һатыуға ҡаршыбыҙ!”, 2015 йыл, 22 июль)

Яңы Байрамғол ауылы янындағы 22 гектар ерҙе урындағы халыҡ менән кәңәшләшмәйенсә һатыуға ҡуйҙылар, тип борсолоу белдергәйне яҙма авторҙары. Был “хикмәт”кә асыҡлыҡ индереү маҡсатында редакция мөрәжәғәтте Учалы районы хакимиәтенә ебәрҙе һәм яуап хаты алды.
Унда әйтелеүенсә, “2001 йылдың 25 ок­тябрендә ҡабул ителгән 137-се Федераль закондың 3.3-сө статьяһындағы 2-се пунктҡа ярашлы, ауыл биләмәһенә ҡараған һәм дәүләт милке сикләнмәгән ерҙәр менән урындағы үҙидара эш итә, йәғни был осраҡта – ауыл хакимиәте. Халыҡ йыйынының был мәсьәләне хәл итергә хоҡуғы юҡ.
Эшмәкәрлек өсөн граждандарға, крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтарына участка бүлеп биреү Рәсәй Ер кодексының 39.18-се статьяһына ярашлы башҡарыла. Бының өсөн ғариза яҙып тапшырырға кәрәк. Ошонан сығып, 2015 йылдың 17 июнендә В.Ш. Әхмәткирәевтең ерҙе ҡуртымға алыу тураһындағы ғаризаһы нигеҙендә 27 июндә “Учалы гәзите”ндә тейешле мәғлүмәт бирелде. Ер биләмәһенең урынлашыу тәр­тибе ауыл хакимиәте етәкселеге менән килешелгән. Әммә 24 июлдә тағы бер крәҫтиән (фермер) хужалығынан бирелгән ғариза арҡаһында ҡуртым хоҡуғы аукционға ҡуйылды.
Әле Яңы Байрамғол ауылында 287 баш мал иҫәпләнә, көтөүҙе ойоштороу мәсьә­ләһе халыҡ көсө менән башҡарыла. Бының өсөн ауыл биләмәһендә 1565 гектар ер тәғәйенләнгән”.

Г. МОСТАЕВА әҙерләне.





Вернуться назад