Тирә-яҡты Сүплеккә әйләндермәгеҙ!14.08.2015
Ҡалабыҙ янында ҡыйҙы сорттарға айырыу, яндырыу заводын төҙөү планлаштырыла.

“Аргументы и факты” гәзитенән уҡып, “Эко-сити”, “Рудерис” ойошмалары етәкселәренең ауыҙынан ишетеп белеүебеҙсә, ҡала сүплеген киңәйтеп, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан ҡаты һәм хәүефле көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеү ҙә күҙаллана. Заводтың ҡеүәте йылына 200 мең тонна ҡыйҙы эшкәртерлек буласаҡ.
Әле проект тикшереү һәм раҫлау өсөн ведомствоға тапшырылған, тиҙәр. “Солевик” тип аталған баҡсаларҙы, ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән пайҙарҙы һәм, халыҡтан һорамайынса, сүплек тирәһендәге һөрөнтө ерҙәрҙе рәсмиләштереү дауам итә.
Беҙ тыуған ҡалабыҙҙы һәм уның тирә-яғын ҡыйлыҡҡа әйләндереүгә – завод төҙөүгә – ҡырҡа ҡаршыбыҙ!

А. Хәйбуллина, В. Кузнецов,
С. Кәримов һ.б.
(йәмғеһе 98 ҡултамға).




Вернуться назад